

Ҡала полицияһына 42 йәшлек ҡатын мөрәжәғәт иткән. Уға таныш булмаған телефондан ниндәйҙер ҡатын шылтыратып, үҙен банк хеҙмәткәре тип таныштырған һәм, һеҙҙең исемдән кредит юлларға маташалар, тигән.
Ҡатынды алдап, енәйәтсе, кредит заявкаһын ғәмәлдән сығарыуға һылтанып, уның банк иҫәбенән 2 млн һум аҡсаһын үҙе күрһәткән иҫәпкә күсертеүгә өлгәшкән, тип хәбәр итә БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте.
Аҡса күсергәндән һуң ҡатын банкҡа шылтыратҡан, әммә башҡаса бер кем дә уның менән бәйләнешкә сыҡмаған.