ЙӘМҒИӘТ
11 Ноябрь 2021, 15:50

Өлкән йәштәгеләр, был һеҙҙең өсөн!

Проект тормошҡа ашырылған ике йыл эсендә унда төбәктән – 3648, ә быйыл 2681 пенсионер ҡатнашты.  

Өлкән йәштәгеләр, был һеҙҙең өсөн!Өлкән йәштәгеләр, был һеҙҙең өсөн!
Өлкән йәштәгеләр, был һеҙҙең өсөн!

Былтыр көҙ Башҡортостандағы өлкән йәштәге граждандар өсөн “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге” социаль туристик проекты старт алды. 2020 йылда финанслау кимәле биш миллион һум тәшкил итте: экскурсиялар быйыл яҙ ҡайтанан тергеҙелде һәм аҙна һайын үткәрелде.

Эпидемиологик хәлде иҫәпкә алып, 2020 йылға ҡаралған квоталар 2021 йылға күсерелде һәм 3033 кеше тәшкил итте. Проект тормошҡа ашырылған ике йыл эсендә унда төбәктән – 3648, быйыл 2681 пенсионер ҡатнашты.

- Туризм практикаһы халыҡтың физик һәм интеллектуаль сәләмәтлегенә, барлыҡ граждандарҙың сифатлы ял итеү алыуына имен йоғонто яһай. “Башҡорт оҙон ғүмерлелеге. Туризм” өлкән йәштәгеләрҙең әүҙем сәйәхәт итеүен күҙаллай – был ике йыл эсендә проектта ҡатнашыусылар Башҡортостандың ҡыҙыҡлы урындарында булды. Күбеһе – беренсе тапҡыр. Һис һүҙһеҙ, киләсәктә был ғәмәлде дауам итәсәкбеҙ, - тине республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты рәйесе Эльмира Туҡанова.

Фото: pravitelstvorb.ru

https://bashgazet.ru/articles/sotsial-m-s-l/2021-11-11/lk-n-y-sht-gel-r-byl-e-e-s-n-2579452

Автор:
Читайте нас