

Мәктәп етәкселеге был хаҡта полицияға хәбәр итә. Хоҡуҡ һаҡсылары енәйәт урынына килә һәм тикшереү үткәргән ваҡытта бармаҡ эҙҙәрен таба. Улар ярҙамында бур ҡулға алына. Билдәле булыуынса, уҡыу йортона 22 йәшлек Өфө егете төшкән була. Ул алкоголле эсемлек ҡуллана, етмәй ҡалғас мәктәптән ноутбуктарҙы урлап һатырға һәм аҡсаһына тағыла спиртлы эсемлек алырға уйлай. Урланған ноутбуктар мәктәпкә ҡайтарыла, ә егеткә енәйәт эше асыла.
Фото: Т. Аманов.
https://dimbuizary.ru/articles/y-m-i-t/2021-11-10/m-kt-pt-n-370-me-umly-noutbuktar-y-urla-an-2577192