

Улар әбейҙең фатирына ингәс, үҙҙәрен 80 йәште үткән пенсионерҙарға ярҙам итеүсе ойошма вәкилдәре тип таныштыра. Хатта “тейешле” таныҡлыҡтарын да күрһәтә, имеш, йортҡа капиталь ремонт өсөн 18000 һум аҡса күсерелергә тейеш, оҙаҡламай аҡсаға инфляция буласаҡ тип ышандыра. Ҡулаҡсаһы бармы икәнлеген һорайҙар. Тиҙҙән ул аҡсаның ҡиммәте бөтәсәк, йәнәһе…
Артабан спектакль сценарий буйынса уйнала. Кемдәр ошондай ҡармаҡҡа эләккән, оҙаҡ уйлап тормаҫтан, полицияға еткереүегеҙҙе һорайбыҙ. Һәр ошондай мөрәжәғәт тәфтишселәргә уғрыларҙы тоторға ярҙам итәсәк.
Әгәр ҙә һеҙгә шикле кешеләр килеп инһә, ваҡытты һуҙырға тырышығыҙ, тышҡы ҡиәфәтен иҫләп ҡалырға тырышығыҙ һәм һиҙҙермәй генә полиция саҡыртығыҙ! Мутлашыусыларҙың билдәләре: фамилияһын Нахимова тип таныштырғаны 40-45 йәштәрҙә күренә (түңәрәк йөҙлө, мыҡты кәүҙәле, мөләйем ҡиәфәтле, аҡса менән бөтә мутлыҡты нәҡ ул башҡарған), икенсеһе 25-30 йәштәр тирәһендә, урта буйлы, уныһы бер һүҙ ҙә өндәшмәй ситтән генә ҡарап торған). Икеһе лә куртка кейгән, бирсәткә менән эшләйҙәр!
Р.Йәлилева.
https://dimbuizary.ru/news/novosti/2021-11-09/a-sany-ya-y-a-alyshtyr-andar-2576263