

Монтиньяка ҡалаһынан «Аrc&Os» оҫтаханаһы етәксеһе Ален Далис, рәссам-реставраторҙар Сесиль Этьен, Реми Рекье, Жюли Голон һәм Эудалд Гуилламет Шүлгәнташ мәмерйәһе һәм уның янындағы музей комплексы менән танышҡан. Тап ошо белгестәргә легендар тәбиғәт ҡомартҡыһының күсермәһен эшләргә ышаныс белдерелгәйне.
Улар Шүлгәнташтағы һүрәттәр менән танышты, деталдәрҙе раҫланы. Далис әфәнде хис-тойғоларын йәшермәгән:
– Мин таң ҡалдым. Был төбәк кимәлендәге генә түгел, донъя кимәлендәге проект. Эстән дә, тыштан да иҫ киткес. Комплекс бер кемде лә битараф ҡалдырмаясаҡ. Бында бөтә донъянан килерҙәр, тип ышанам. Архитектураһы хаҡында айырым әйтергә кәрәк, ул башҡорт традицияларын иҫәпкә алып эшләнгән.
Йыл аҙағына тиклем улар мәмерйәнең күсермәһен эшләп алып килергә бурыслы, панноны урынлаштырыуға ай ярым тирәһе ваҡыт талап ителәсәк.
Фото асыҡ сығанаҡтарҙан.
https://belizv-bash.ru/news/y-m-i-t/2021-11-03/sh-lg-ntash-a-evropa-alimdary-kilg-n-2570138