

Төбәк санаторийҙары дүшәмбенән алып пациенттарҙы вакциналау тураһында сертификат менән генә ҡабул итә.
«Йәйғор» санаторийы директоры вазифаһын башҡарыусы Ләйсән Кәримова әйтеүенсә бында ковид менән ауырып һауыҡҡандар йәки прививка яһатҡандар дауалана.
18 октябргә тиклем бында ПЦР анализының кире һөҙөмтәһе менән ҡабул иткәндәр. Хәҙер был мөмкинлек юҡҡа сығарылған.
«Коронавирусҡа ҡаршы вакциналау тураһында сертификат менән генә ҡабул итәбеҙ», - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Кәримова.
«Йәшел сауҡалыҡ» санаторийының курорт поликлиникаһы мөдире Наиль Сафиуллин хәбәр итеүенсә, һаулыҡтарын нығытырға теләүселәрҙе бронләү һәм урынлаштырыу хеҙмәте вакциналау тураһында сертификат йәки алты айҙан да артыҡ ваҡыттан артыҡ түгел коронавирус менән ауырыу белешмәһе менән генә ҡабул итеүҙәре тураһында иҫкәртә. Шулай уҡ эпидемиологик уратып алыу тураһындағы белешмә лә кәрәк буласаҡ.
«Һаҡ посында инеүселәрҙең термометрияһы башҡарыла, ял итеүселәрҙең тән температураһын поликлиникала ла күҙәтәләр. Бойороҡҡа ярашлы 1 декабрҙән санаторийҙар вакциналау тураһындағы QR-коды менән генә ҡабул итәсәк.
Фото:ИА "Башинформ"
Автор:ПМИ Башинформ.рф(баш).
https://bash.bashinform.ru/news/social/2021-10-20/bash-ortostan-sanatoriy-arynda-qr-kodyn-k-r-tep-ken-yal-itep-bulasa-2554460