ЙӘМҒИӘТ
8 Сентябрь 2021, 12:03

82 йәшлек Флүрә Ҡәҙерғолова “Мисс Рәсәй интернет” конкурсында ҡатнаша

Әйҙәгеҙ, әүҙем тормош алып барған, сәйәхәт итергә яратҡан, фитнес менән шөғөлләнгән, француз телен өйрәнгән милләттәшебеҙ өсөн тауыш бирәйек!

82 йәшлек Флүрә Ҡәҙерғолова “Мисс Рәсәй интернет” конкурсында ҡатнаша82 йәшлек Флүрә Ҡәҙерғолова “Мисс Рәсәй интернет” конкурсында ҡатнаша
82 йәшлек Флүрә Ҡәҙерғолова “Мисс Рәсәй интернет” конкурсында ҡатнаша

Әйҙәгеҙ, әүҙем тормош алып барған, сәйәхәт итергә яратҡан, фитнес менән шөғөлләнгән, француз телен өйрәнгән милләттәшебеҙ өсөн тауыш бирәйек!

Өфөлә йәшәгән Флүрә Ғаяз ҡыҙына февралдә 82 йәш тулған. Әммә уға был йәште бер кем дә бирмәй. Бөтә ғүмерен иҡтисад өлкәһенә арнаған Флүрә Ғаяз ҡыҙы көн һайын физик күнекмәләр яһай, фитнес менән шөғөлләнә, француз телен өйрәнә. Бынан тыш Флүрә ханым модельер Елена Лоҡманова етәкселегендә күргәҙмә-сығыштарҙа ҡатнаша, быйыл Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта билдәле кутюрье Георгий Блектың ижад өлгөләре булған өҫ кейемдәрен күрһәтеп ҡайтҡан.

Әлеге ваҡытта ул “Мисс Рәсәй интернет-2021” конкурсында ҡатнаша. Был конкурс 31 йәштән өлкән гүзәл заттар араһында үткәрелә. Флүрә Ҡәҙерғолова унда иң оло ҡатнашыусы булараҡ та иғтибарҙы йәлеп итә.

Әйҙәгеҙ, йәшәүҙән йәм табып, үҙе лә уны йәмләп йәшәгән Флүрә Ғаяз ҡыҙына уңыштар теләйек һәм уның өсөн тауыш бирәйек. Әйткәндәй, тауыш биреү өсөн бер аҙна ғына ваҡыт ҡалды, быны көн һайын эшләргә була һәм ул тулыһынса бушлай башҡарыла. Һылтанма буйынса үтеп, Флүрә Ҡәҙерғолова өсөн тауыш бирергә мөмкин: http://missrussiainternet.ru/contest-photo/939/ 

Автор:Гөлдәр Яҡшығолова.
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2021-09-08/82-y-shlek-fl-r-er-olova-miss-r-s-y-internet-konkursynda-atnasha-2496577
Автор:
Читайте нас