Бөгөн Вәкил Мөхтәр улы Фәйзуллиндың яҡты иҫтәлегенә Һамар ауыл биләмәһе хакимиәте бинаһында мемориаль таҡтаташ асылды. Вәкил Мөхтәр улы Яковлевка ауылында донъяға килгән. Оҙаҡ йылдар Һамар ауыл биләмәһе башлығы, Аҡъяр совхозының (1991 йылдан Быҙаулыҡ совхозының) Һамар бүлеге управляющийы, тракторсы булып эшләй. Лайыҡлы хеҙмәте өсөн 3-сө дәрәжә Хеҙмәт Даны ордены, миҙалдар һәм бихисап маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Ауылдаштары, хеҙмәттәштәре уны тик яҡшы яҡтан ғына иҫкә алды, уның фиҙәҡәр хеҙмәтен, тырышлығын юғары баһаланы, ҡуйылған таҡтаташ тағы ла яңы үрҙәргә әйҙәүсе маяҡ булыр тигән теләктәрен еткерҙе