– Путин 1 июлдән диспансеризация һәм медицина тикшереүҙәре программаларын киңәйтергә ҡушты;
– туристик кэшбек программаһы йыл аҙағына тиклем оҙайтыла:
– балалар лагерҙарына юллама хаҡының 50% кире ҡайтарыла;
– июлдән тулы булмаған ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 8-16 йәшлек балаларға айына уртаса 5 мең 650 һум түләнә башлай;
– Путин мохтаж булған йөклө ҡатын-ҡыҙҙарға айына 6 350 һум түләргә тигән тәҡдим индерҙе;
– 7 йәшкәсә баланы ҡарау буйынса эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙын стажға ҡарамайынса тулы күләмдә түләргә кәрәк;
– мәктәп йәшендәге һәм беренсе класҡа барырға тейешле балалары булған ғаиләләргә (һәр балаға) бер тапҡыр 10 мең һум түләнә;
– Рәсәйҙә 1 миллион бала өсөн тағы 1300 яңы мәктәп төҙөлә;
– тиҙҙән Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарында йәнә 45 мең бюджет урыны булдырыла, 70% ашыуы — төбәктәр өсөн;
– Путин хөкүмәткә бер ай эсендә бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡҡа ярҙам сараларын тәҡдим итергә ҡушты;
– Путин: халыҡ йорт хужалыҡтарының сигенә тиклем газ үткәргән өсөн түләргә тейеш түгел;
– пандемия осоронда төҙөлөш тармағы өҙөклөкһөҙ эшләне, торлаҡты күберәк төҙөргә, йыл һайын 120 миллион квадрат метрҙы сафҡа индерергә кәрәк.
+23 °С
Болотло



