Көндәрҙән бер көн падишаһ һунарға сыҡҡан. Ау артынан ҡырҙан ҡырға йөрөгәндә, иген иккән бер әҙәмгә осраған. Эргәһенә килеп сәләм биргән, тегенеһе лә сәләмен алып, тынып ҡалған. Падишаһ хәҙрәттән һораша башлаған:
– Нимә эшләйһегеҙ?
– Ғүмерегеҙгә доға ҡылып, иген игәмен, солтаным.
– Йылына ни тиклем ашлыҡ алаһың?
– Бәғзе йыл – йөҙ, ҡайһы йыл биш йөҙ.
– Ул аҡсаны ни урындарға тотонаһың?
– Хоҙайға шөкөр, һеҙгә доғалар әйтеп, бер өлөшөн үҙ кәрәктәремә тотонам: бурыстарымды түләйем, бурысҡа бирәм, солтаным.
– Ни өсөн бурысландың? Бурыс алыу ни өсөн кәрәк булды?
– Бала сағымда, һис бер эшкә ярамаһам да, атай-әсәйем мине кейендерҙе, туҡландырҙы. Уларға бурысландым, солтаным. Инде улар ҡартайҙы, бер эшкә ярамайҙар. Ашатып-эсереп бурысымды түләйем.
– Шулай булһын. Бурысҡа бирәм тигәнеңде нисегерәк аңларға? Бурысҡа аҡса биреп файҙаланыуҙың хәрәм икәнлеген белмәйһеңме ни?!
– Биш йән бәләкәй балаларым бар. Уларҙы ашатып, эсереп торам, солтаным. Мин ҡартайғас, улар мине ҡарар. “Бурысҡа бирәм”, – тигәнем шул.
Ә һеҙ бурыстарығыҙҙы теүәл түләйһегеҙме, бурысҡа бирәһегеҙме?