Башҡортостанда ял көндәрендә йылы була, ләкин аномаль йылылыҡ һалҡындар менән алмашына, тип хәбәр итте Башгидрометүҙәк.
Йома, 16 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй, төньяҡ райондарҙа бер аҙ ямғыр яуа. Ел көньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы көндөҙ +17, +22, көндөҙ +13 градус була.
Шәмбе, 17 апрелдә, урыны менән бер аҙ ямғыр фаразлана. Һауа температураһы төндә 0...+5, көндөҙ +11...+16. Ел төньяҡтан, төньяҡ-көнсығыштан талғын.
Йәкшәмбе, 18 апрелдә, әллә ни яуым-төшөм көтөлмәй. Ел төньяҡ-көнсығыштан талғын. Һауа температураһы төндә -3,+2, көндөҙ +7, +12 градус була.
Фото: «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы.
https://www.bashinform.ru/bash/1583025/