ЙӘМҒИӘТ
15 Апреля 2021, 17:23

Изге айҙа - изге эш

Сибай дауаханаһының травматология бүлегенә изге күңелле, ярҙамсыл бағыусылар ярҙамында 16 күп функциялы карауат һатып алынған.

Күптән түгел Баймаҡ үҙәк ҡала дауаханаһына яҡташ меценат Руслан Ғирфанов ярҙамы менән 13 миллион һумдан ашыуға заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарылыуы хаҡында хәбәр иткәйнек.
Ошо көндәрҙә Сибай үҙәк ҡала дауаханаһының травматология бүлегенә изге күңелле, ярҙамсыл бағыусылар ярҙамында 16 күп функциялы карауат һатып алынған. Һөйөнөслө яңылыҡ менән ҡала дауаханаһының баш табибы Радик Нәҙерғолов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә хәбәр итә.
Бындай ятыу урыны реабилитация үтеүсе ауырыуҙар өсөн бик уңайлы. Ғөмүмән, дауахана етәкселеге һуңғы осорҙа травматология хеҙмәтен ныҡлы үҫтереү өҫтөндә ентекле эш алып бара.
Фото: Радик Нәҙерғоловтың "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.
Автор: Карима Усманова
Читайте нас