ЙӘМҒИӘТ
12 Апрель 2021, 14:54

Сая ҡыҙҙар

Йәнтеш ауылында һыбай йөрөү буйынса мастер-класс ойошторолдо

Йәнтеш ауылында тәүге тапҡыр, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре тарафынан ойошторолған, һыбай йөрөү буйынса мастер-класс үтте. Унда нәҡ ҡыҙҙар өсөн генә үттҽ.

Ат - кешенең тоғро дуҫы һәм ярҙамсыһы. Элек-электән кеше атты үҙенең күп төрлө хужалыҡ эштәрендә файҙаланған. Һуғыш йылдарында ла ул яугирҙың уң ҡанаты булған. Борон ир-егеттәр менән бер рәттән ҡатын-ҡыҙҙар ҙа һыбай йөрөгән.

Атта йөрөү бөгөнгө көндә спорттың киң таралған төрө булып һанала. Бындай ярыштарҙың ҡайһы берҙәрендә ҡатын-ҡыҙҙар ҙа ҡатнаша.
Ҡыҙҙарға атта йөрөргә ярамай тигән һүҙҙең, медицина күҙлегенән ҡарағанда, бер ниндәй фәнни нигеҙе юҡ. Күңелегеҙ теләй икән, рәхәтләнеп йөрөгөҙ.
Бөгөн йәш ҡыҙҙар килеп беренсе тапҡыр һыбай йөрөнөләр. Ҡыҙҙарҙың йөҙҙәрҽндә шат-ҡыуаныс урғыла, кәйҽфтәрҽ күтәрҽнкҽ. Һыбай йөрөү буйынса мастҽр -класс оҡшаны, ҡәнәғәт булдылар.

Улар араһында элҽктән оҫта һыбай йөрөгән Зилиә Исҡужина, Гөлназ һәм Дания Ҡужина ҡатнашты.
фото:Йәнтеш мәҙәниәт йорто.
Читайте нас