ЙӘМҒИӘТ
10 Апрель 2021, 16:33

Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙары элек- электән ҡул эшенә маһир булған

Район инвалидтар ойошмаһында мөмкинлектәре сикләнгән балалаларҙы тәрбиәләгән әсәйҙәр сираттағы оҫталыҡ дәресенә йыйылды. Осрашыуҙа «Нур” үҫмерҙәр клубы педагогыФ.Ә. Бикбова һаулыҡты нығытыу буйынса файҙалы кәңәштәр менән бүлеште, күнегеүҙәр эшләтте,буклеттар таратты //

Башҡорт ҡатын – ҡыҙҙары элек- электән ҡул эшенә маһир булған.Сигеү, бәйләү, балаҫ һуғыу , йөн иләү кеүек эштәрҙе һәр ҡатын – ҡыҙ ҙур теләк менән башҡарған.

Ә хәҙерге заманда ҡул эштәренә ҡыҙыҡһыныу бармы икән ? Әлбиттә ! Ҡул эштәренең ниндәй генә төрҙәре юҡ интернет селтәрендә , теләгең генә булһын !

Район инвалидтар ойошмаһында мөмкинселектәре сикләнгән балалаларҙы тәрбиәләгән әсәйҙәр сираттағы оҫталыҡ дәресенә йыйылды. Осрашыуҙа «Нур” үҫмерҙәр клубы педагогы
Ф.Ә. Бикбова һаулыҡты нығытыу буйынса файҙалы кәңәштәр менән бүлеште, күнегеүҙәр эшләтте,буклеттар таратты.
Артабан район инвалидтар ойошмаһының “Оҫта ҡулдар” түңәрәге ағзаһы Х. Солтанова сағыу төҫлө ептәрҙе үреү ысулы менән салфеткалар эшләргә өйрәтте. Ҡатнашыусылар ҙур тырышлыҡ менән оҫталыҡ серҙәренә төшөндө. Бындай шөғөл менән мауығыу кәрәкле әйбер ҙә, матур бүләк тә һәм күңелгә ял да бирә.
Медицина ла ҡул эштәренең организм өсөн ифрат файҙалы шөғөл икәнлеген иҫбатлай.
Читайте нас