ЙӘМҒИӘТ
9 Апрель 2021, 16:49

Халҡыбыҙҙың тарихын өйрәнәйек

Хәйбулла районы музейында башҡорттар тарихына арналған күркәм сара үтте

Бөтә донъя сәләмәтлек көнө, Башҡортостанда Һаулыҡ һәм әүҙем оҙон ғүмер йылы һәм Башҡорт тарихы йылы сиктәрендә район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Башҡорт милли спорт төрҙәре” тип аталған күркәм сара үтте.
Көрәш буйынса райондың күп тапҡыр чемпионы, Башҡортостандың атҡаҙанған табибы Ғәли Әхмәт улы Бохарбаев; көрәш буйынса республика чемпионаты призеры, Урал аръяғының өс тапҡыр чемпионы,1-се Аҡъяр мәктәбенең физкультура уҡытыусыһы Ғирфан Ғилман улы Мәмбәтов; Татыр-Үҙәк мәктәбе директоры, яндан уҡ атыу секцияһы етәксеһе Риф Мәжит улы Баймырҙин; Темәс тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы мөдире, “Төньяҡ амурҙары” хәрби-патриотик клубы ағзаһы Айҙар Рәйес улы Мәжитов ҡатнашлығындағы сараға 1-се Аҡъяр мәктәбенең 9-сы “а” класы уҡыусылары килде.
Ғәли Әхмәт улы башҡорт милли көрәшенең үҙенсәлектәре тураһында һөйләне һәм уның бер нисә алымдарын күрһәтте. Ғирфан Ғилман улы республикала көрәштең спорт төрө булараҡ үҫеш тарихы, уның үҙенә генә хас һыҙаттарын һаҡлап ҡалыу, уны халыҡ-ара кимәлгә күтәреү эше менән таныштырҙы. Риф Мәжит улы боронғо башҡорт милли спорт төрө – яндан уҡ атыу тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр бирҙе. Баймаҡ район ҡунағы – Айҙар Рәйес улы “Һуғыштың өнһөҙ шаһиттары” күргәҙмәһен күрһәтте, Башҡорт армияһы һәм 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугирҙарының хәрби формаһы һәм ҡоралдары менән таныштырҙы, шулай уҡ сит илдә хәрби ваҡиғаларҙы реконструкциялауҙа ҡатнашыуы, башҡорт халҡының хәрби яуҙарҙа ҡатнашыуы, башҡорт яндарының һәм уҡ-һаҙаҡтарының үҙенсәлектәре, "Виктория" һәм "Лайк" ымдарының килеп сығыу тарихы хаҡында ентекләп һөйләне.
Сарала ҡатнашҡан йәш ҡунаҡтар башҡорт халҡының тарихы буйынса бик күп файҙалы тарихи мәғлүмәттәр алды.
фото: Хәйбулла район тарих һәм тыуған яҡты өйрәнеү музейы
Читайте нас