Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында еңеүселәр дүрт төркөмдә асыҡланды.
Бәләкәй ауылдар араһында Баймаҡ районынан Түбәнге Яйыҡбай еңеүсе булды. Уларға 5 миллион һумлыҡ сертификат бирелде.
Ҙур ауылдар номинацияһында Учалы районынан Илсе беренсе урынға лайыҡ булды.
Быйыл “Айыҡ ауыл” республика конкурсында 2 меңдән ашыу ауыл ҡатнашты. Финалға 12 ауыл үтте.