ЙӘМҒИӘТ
6 Апрель 2021, 05:30

15 апрелгә тиклем өлгөрөп ҡалығыҙ

/

15 апрелгә тиклем “Атайлыҡ даны” йәмәғәт наградаһын алыуға үткәрелгән икенсе республика конкурсына заявкалар ҡабул ителә.
Ойоштороусы – Башҡортостандың Йәмәғәт палатаһы. Бер муниципалитеттан ун заявкаға тиклем ҡабул ителә.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, конкурс былтыр февралдә үткәрелә башланы. Ул республиканың 2025 йылға тиклем иҫәпләнгән Ғаилә сәйәсәте концепцияһының икенсе этабы сараларына ярашлы ойошторола.
“Атайлыҡ даны” наградаһы балаларын яҡшы тәрбиәләгән, сәләмәт тормош рәүеше алып барған, ғаилә ҡиммәттәрен, йолаларын һаҡлауға, тергеҙеүгә, йәмғиәттә әхлаҡи мөхитте һауыҡтырыуға шарттар тыуҙырған, район, ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан атайҙарҙың ҡаҙаныштарын танытыу, уларҙы күтәрмәләп ебәреү өсөн булдырылды.
Конкурста Башҡортостанда биш йылдан да кәм йәшәмәгән, шулай уҡ балалар тәрбиәләгәненә лә (бында уллыҡҡа, ҡыҙлыҡҡа алынған балалар ҙа инә) кәмендә биш йыл үткән Рәсәй граждандары ҡатнаша ала.
“Конкурс комиссияһы балалар тәрбиәләүҙәге ҙур шәхси ҡаҙаныштарҙы, шулай уҡ балаларҙың уңыштарын; балалар йә атайҙарҙың ниндәйҙер батырлыҡ өсөн дәүләт наградалары алғанын, күп йыллыҡ тырыш хеҙмәтен, башҡа ҡаҙаныштарҙы иҫәпкә ала”, – тип билдәләй Йәмәғәт палатаһы рәйесе урынбаҫары Рәмил Рәхимов.
Наградаға тәҡдим иткәндә Ватанды йә уның мәнфәғәттәрен һаҡлағанда, хәрби, хеҙмәти йә гражданлыҡ бурысын үтәгәндә һәләк булған йәки хәбәрһеҙ юғалған, ошо уҡ сәбәптәргә ярашлы яраланып, контузияланып, ҡазаланып йә ауырыу сәбәпле, һөнәри сиргә дусар булып йә эш ваҡытында ҡазаланып вафат булған балалар ҙа иҫәпкә алына.
Наградлау тураһындағы үтенес предприятиелар, ойошмалар, учреждениелар коллективтары тарафынан төҙөлөп, кандидаттың ғаиләһе йәшәгән ҡала, район хакимиәттәренә ҡараған Йәмәғәт советы (палатаһы) аша ҡарауға индерелә.
Наградлауға ҡағылышлы материалдарҙы (улар конкурстың положениеһында бар) Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы адресына 15 апрелгә тиклем тапшырырға кәрәк. Заявканы oprb2011@mail.ru адресына “Атайлыҡ даны” билдәһен ҡуйып ебәрергә. Өҫтәмә белешмә өсөн телефон - 280-82-36.
“Атайлыҡ даны”н тапшырыу Рәсәйҙәге Атайҙар көнөнә (быйыл – 20 июндә) планлаштырыла. Үткән йылда был наградаға 106 заявка килгән, 27 атай бүләкләнгән.
Мәғлүмәт, фото: Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы сайты.
Автор: Равиля Гатауллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/15-aprelg-tiklem-lg-r-p-ali-i-749188/
Читайте нас