Йылылыҡ өсөн ҙур суммалар килә башлағас, халыҡ аптырашта ҡала. Хәлде тикшереү өсөн ғариза яҙалар. Асыҡланыуынса, йорттоң өс ҡатын алып торған Урал экология институты өсөн дә кешеләр үҙ кеҫәһенән түләгән. Институт БашРТС менән тулы күләмдә килешеү төҙөмәгән, ә ресурс менән тәьмин итеүсе компания бурысты йортта йәшәүселәр иңенә һалған. Бик уңайлы ысул... Торлаҡ-коммуналь хужалығында тәртип булмауына тағы бер миҫал. Өфө ҡала хакимиәте буталсыҡ хәлдең осона сығырға тырыша, биналарҙы һәм документтарҙы тикшереү бара.