ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2021, 15:57

ЯҘҒЫ САҠЫРЫУ БАШЛАНДЫ

/

Президент Владимир Путин 2021 йылдың 1 апреленән 15 июлгә тиклем хәрби хеҙмәткә саҡырыу указына ҡул ҡуйҙы. Ошо ваҡытта ҡораллы көстәр сафын 134650 кеше тулыландырырға тейеш.
Рәсәй ҡораллы көстәре генераль штабының ойоштороу-мобилизация идаралығы хәбәр итеүенсә, армияға яҙғы саҡырыу хәүефһеҙлек талаптарын иҫәпкә алып башҡарыласаҡ. Егеттәр үҙ теләге менән хеҙмәткә алынғансы коронавирустан прививка эшләтә ала. Прививка алырға өлгөрмәгәндәргә вакцинация хәрби частарҙа үткәрелә.
#ВВПУТИН
Фото интернет селтәренән.
Фариза Сафаргалина.
https://zori102-b.rbsmi.ru/news/Ya-i-sa-iriu-bashlana-741965/
Читайте нас