Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2021, 15:31
Венер Мингажев тыуған йортонан алыҫта табылған
/
Ишембайҙан 47 йәшлек Венер Мингажевтың юғалыуы тураһында 10 февралдә билдәле ине. Ул ваҡытта ир өйөнән сығып китә лә кире әйләнеп ҡайтмай. Уның ҡайһы берҙә дуҫтарында ҡала торған ғәҙәтен белгәнлектән туғандары ла шунда уҡ юғалыу тураһында саң ҡаҡмай. Эҙләүгә һуң ғына тотоналар.
Кисә ирҙе эҙләү туҡтатылған. Бәхеткә күрә, Венер иҫән-һау. Яҡын туғаны һөйләүе буйынса, уны Ырымбур өлкәһендәге Сорочинск ҡалаһында тапҡандар. Ир унда аҡса эшләп алырға тип сығып киткән, әммә башҡарғаны өсөн хаҡ ала алмағас, полицияға мөрәжәғәт итергә тип килгән. Бына шунда үҙен эҙләүҙәре тураһында белеп ҡалған да инде.
"Сорочинскиҙа эш тәҡдим итеп, уны шунда алып киткәндәр. Ул ризалашып барған, әммә эш хаҡын түләмәгәндәр. Ялыу менән полицияға барғас, үҙе эҙләүҙә икәнен белгән", тип һөйләгән бер туғаны. Күрше өлкәлә Венер эшҡыуарҙа әйбер һатыу менән шөғөлләнгән. Яҡындарына хәбәр итмәүенең сәбәбен китер саҡта телефонын юғалтыуы менән аңлата, номерҙарын яттан белмәгәнлектән уларға бер ниндәй ҙә хәбәр ебәрә алманым, ти. Йәшәүе шунда уҡ - эш биреүсеһендә булған.
Иң мөһиме - кеше иҫән-һау, ә ҡалғаны табылыр.
Фото:bash.news
Автор: Аклима Гизатуллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Vener-Mingagev-tiu-an-yortonan-ali-ta-tabil-an-746238/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"