Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
ЙӘМҒИӘТ
3 Апрель 2021, 15:14
Андрей Назаров WorldSkills Russia финалын үткәрә торған майҙанды ҡараны
/
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең премьер-министры Андрей Назаров IX “Йәш профессионалдар (WorldSkills Russia)” – 2021 Милли чемпионатының финалы үткәрелергә тейешле майҙанды ҡараны. Был сара өсөн Рубежлы урамында, “Касторама” гипермаркетынан алыҫ түгел урын һайланды.
– Был бик ҙур, ҡатмарлы әҙерләнә торған сара. Күп ваҡытыбыҙ техник һәм юридик яҡтан килешеүҙәргә китте. Ваҡыт әҙ ҡалды. Өфөләге чемпионат юғары кимәлдә үтһен өсөн беҙгә көстө тупларға кәрәк, – тине А.Назаров.
Премьер-министр был ярышты үткәреүгә Өфөлә 70 мең квадрат метр тирәһе ябыҡ бина төҙөләсәк, “Касторама” ла арендаға алыныр, тип билдәләне. Майҙанды ҡараған саҡта бында конгресс-күргәҙмә комплексы төҙөү ихтималлығы ла телгә алынды.
– Беҙҙең Башҡортостанда, айырып әйткәндә Өфөлә ундай биналар етмәй. Булғанынан ВДНХ-Экспоның майҙаны алты мең квадрат метрҙан саҡ ҡына артығыраҡ – был, әлбиттә, етмәй. Бөгөнгә 35 – 40 меңгә мохтажлыҡ бар.
А.Назаров дүшәмбегә тиклем бөтә иҫәпләүҙәрҙе тамамларға ҡушты. Ошонан һуң чемпионатты үткәрер өсөн конструкциялар һәм конгресс-күргәҙмә комплексы төҙөү мәсьәләһе буйынса ҡарар ҡабул ителәсәк.
Чемпионат 21 июлдә тантаналы рәүештә асылып, 25-ендә уны ябыу һәм еңеүселәрҙе бүләкләү үткәрелергә тейеш. IX “Йәш профессионалдар” Милли чемпионатының финалында ҡатнашыуға һайлап алыу ярыштары 1 апрелдә башланды.
Фото, мәғлүмәт: БР Хөкүмәтенең рәсми сайты.
Автор: Равиля Гатауллина.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Andrey-Nazarov-WorldSkills-Russia-finalin-tk-r-tor-an-may-andi-arani-746743/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"