ЙӘМҒИӘТ
30 Март 2021, 10:20

Водителдәр, йәйәүлеләргә ихтирамлы булығыҙ!

Яҙ етте, урамда күләүектәр гөрләп аға башланы, эргәнән үтеп киткән машина тәгәрмәстәре аҫтынан бысраҡ һыу фонтан кеүек атыла. Ҡайһы берәүҙәргә йәйәүлеләрҙе бысраҡ һыуға ҡойондороу күңелле күрәһең! //

Яҙ етте, урамда күләүектәр гөрләп аға башланы, эргәнән үтеп киткән машина тәгәрмәстәре аҫтынан бысраҡ һыу фонтан кеүек атыла.
Аҡъяр урамында йәйәү йөрөүселәргә был күренеш үҙе бер проблема. Күп кенә водителдәр юл ситенән барған кеше эргәһенән үткәндә тиҙлеген ташлай, әкрен үтергә тырыша.
Тик ҡайһы берәүҙәргә йәйәүлеләрҙе бысраҡ һыуға ҡойондороу күңелле күрәһең! Тағы ла шуны билдәләп үтке килә, йәйәүлеләрҙе ихтирам итмәүселәр араһында ҡатын-ҡыҙ водителдәр күберәк.
Фото асыҡ сығанаҡтан
Читайте нас