ЙӘМҒИӘТ
30 Март 2021, 09:42

Тағы ла Ғаилә ялы гөрләп үтте

Был юлы Ғаилә хеҙмәте хеҙмәткәрҙәре Һамар ауылына сыҡты //#семейныйвыходнойРБ #минтруд #центрысемьи #семьяРБ_активныеканикулы #семейныевыходныевслужбесемьивХайбулинскомрайоне #службасемьивХайбуллинскомрайоне

Хәйбулла районы Ғаилә хеҙмәтенең рәсми сайтында билдәләнеүенсә, ял байрамы һәр ваҡыттағыса күңелле һәм файҙалы үткән.
Флешмоб, дәртле көйгә күмәк бейеүҙәр, квест-уйын – һәммәһен дә үҙенә йәлеп итте. Квест уйында командалар станциялар буйлап күсеп, код фразаһын йыйҙы: Сәләмәт тәндә—сәләмәт рух!
Оҫталыҡ класында балалар винегрет һәм емештәрҙән витаминлы салаттар эшләне. Ниндәй тәмле лә, файҙалы ла улар!
Ә ололар һүрәт төшөрҙө. “Энә сәнскес” оҫталыҡ класы ла барыһына ла оҡшаны. Бында һанаулы ғына ваҡыт эсендә үҙеңә файҙалы бер әйбер эшләргә өйрәнеп булды.
Читайте нас