"Башинформ" фильмының продюсеры Лариса Олейникка мөрәжәгәт итте.
«Рөстәм - үҙенсәлекле шәхес. Мин уның тормошон күҙәттем, уның үрнәге илһамландыра, һәм уның тураһында һөйләргә теләнем. Уның менән zoomда һәм шәхсән Өфөгә килгәс аралаштым. Уның тураһында инвалид буларак түгел, ә кеше, спортсы, альпинист булараҡ һөйләге килә. Ул үҙенең мөмкинлектәре тураһында уйламай, кешеләр менән таныша, донъя сиктәрен киңәйтә», — ти фильмдың продюсеры Лариса Олейник.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2020 йылдың сентябрендә Рөстәм Нәбиев тарихта беренсе булып Эльбрусҡа (6 220 м) ҡулларында күтәрелде. Ул 13 саҡрым юлды 15 сәғәттә үтте. Рөстәм республика Башлығы Радий Хәбировҡа Эльбрус бейеклегенән таш бүләк итте.