ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2021, 10:11

КҮПМЕ КЕШЕ ФӘҠИРЛЕК СИГЕНДӘ?РЕСПУБЛИКАЛА ФӘҠИРЛЕК СИГЕНДӘ ЙӘШӘГӘН ХАЛЫҠТЫҢ ӨЛӨШӨН АТАНЫЛАР.

/

Был турала республиканың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан белдерелә.
Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда аҡсалата килеме йәшәү минимумынан түбәнерәк халыҡтың өлөшө 2019 йылда 12,1% — 491, 9 мең кеше тәшкил иткән. 2019 йылдың дүртенсе кварталында йәшәү минимумы 9 222 һумға тиң булған. Бөгөн йәшәү минимумы – 10 015 һум.
Хеҙмәт министрлығында билдәләүҙәренсә, дөйөм алғанда, Рәсәйҙә халыҡтың ярлы өлөшө (килеме йәшәү минимумы дәүмәленән түбәнерәк) 12,3% йәки 18,1 миллион кеше тәшкил итә.
Бынан алда 2021 йылдан йәшәү минимумының элекке кеүек кварталға түгел, ә бер йылға билдәләнеүе тураһында хәбәр ителгәйне.
Йәшәү минимумы социаль контракт, өс йәшкә тиклемге балаға айлыҡ пособие, аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙә тәрбиәләнгән 3-7 йәшлек балаларға түләүҙәр кеүек дәүләт ярҙамын күрһәткәндә граждандарҙың мохтажлығын баһалау өсөн ҡулланыла.
Башҡортостанстат мәғлүмәттәре буйынса, республикала бөтәһе 4,016 миллиондан ашыу кеше йәшәй.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/K-pme-keshe-f-irlek-sigend-Respublikala-f-irlek-sigend-y-sh-g-n-hali-ti--l-sh-n-atanilar-738248/
Читайте нас