ЙӘМҒИӘТ
29 Март 2021, 14:56

“Бәрәнге ҡабығы ла алтынға бәрәбәр саҡ...”

Ветеран әле лә балда-майҙа йөҙмәй, ”коммуналь хеҙмәттәр ҡиммәт, аҙыҡ-түлеккә лә хаҡтар артып тора, теләгән аҙыҡты һатып алып булмай,” - ти ул. Яңы законға өмөтө ҙур...

Ҡатмарлы заманда йәшәүебеҙгә ҡарамаҫтан, республикала һуғыш балаларына айырым статус биреү мәсьәләһе ҡуҙғатылды. Ниһайәт, аслыҡ һәм яланғаслыҡты иңендә күтәргән, бала саҡтан мәхрүм ителгән быуын айырым льготаларға һәм түләүҙәргә дәғүә итә аласаҡ. Быға 1927 йылдың 22 июненән 1945 йылдың 3 сентябренә тиклемге осорҙа тыуған кешеләр иҫәп тота ала.
“Бәрәңге ҡабығы ла алтынға бәрәбәр саҡ ине. Бала саҡтың тәме шулай иҫтә ҡалған. Уға һирәк-мирәк икмәк ҡушыла. Серек бәрәңге ашаған саҡтар ҙа булды,” - тип хәтерләй ул мәлдәрҙе Лира Дәүләтова.
Һуғыш башланғанда уға ике генә йәш була, ғаилә Ленинград өлкәһендә йәшәй. Атаһы фронттан әйләнеп ҡайтмай. “Мин һаман да йәшендән ҡурҡам, ул миңә дәһшәтле һуғышты хәтерләтә. Төнө буйы икмәккә сиратта торғанымды, сират килеп етте тигәндә, икмәктең бөтөүе бөгөнгөләй иҫемдә,” - ти ул.
Ветеран әле лә балда-майҙа йөҙмәй, ”коммуналь хеҙмәттәр ҡиммәт, аҙыҡ-түлеккә лә хаҡтар артып тора, теләгән аҙыҡты һатып алып булмай,” - ти ул. Яңы законға өмөтө ҙур, үҙе кеүек һуғыш афәттәрен татыған, республикала йәшәгән 190 меңгә яҡын өлкән кешегә иғтибар арттырылыуына шатлана.
Республика ветерандар советы ағзаһы Фәниә Әсәҙуллина ла был хәүефле йылдарҙы, тылдағы ҡот осҡос аслыҡты яҡшы хәтерләй. “Төндә бер ғаиләлә биш баланың аслыҡтан вафат булыуын оноторлоҡмо ни? - тип әсенә ул, бала сағын иҫкә төшөрөп. – Беҙ был ҡарарҙы күптән көтә инек!”
Фото:BashNews.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас