«Айыҡ ауыл-2020» республика конкурсын үткәреү буйынса ойоштороу комитеты ултырышы үтте, унда еңеүселәрҙе бүләкләү ваҡыты, урыны һәм форматы ҡаралды. Фекер алышыуҙа Башҡортостан Республикаһының ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры, ойоштороу комитеты рәйесе Ленара Иванова, БР Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе Эльвира Айытҡолова, шулай уҡ республиканың башҡа министрлыҡ һәм ведомстволары вәкилдәре ҡатнашты.
«Эксперттарға, жюри ағзаларына, «Айыҡ ауыл-2020» конкурсының йомғаҡлау этабын ойоштороусыларға ҙур рәхмәт белдерәм. Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә конкурсанттарҙың эшмәкәрлеген баһалау буйынса ҙур эш башҡарылды. Баһалама ағзалары ғаризаларҙы, йомғаҡлау материалдарын тикшереү һәм баһалау буйынса ҙур эш башҡарҙы. 10 марттан 20-һенә тиклем «Голос РБ» сайтында электрон тауыш биреү үтте. Ошо мәғлүмәттәр нигеҙендә һәм жюри алдында асыҡ сығыш һөҙөмтәләре буйынса һәр категорияла урындар билдәләнде», — тине Эльвира Ринат ҡыҙы сығышында.
«Айыҡ ауыл — 2020» проекты БР Гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды ярҙамында Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына тормошҡа ашырыла.