Аҡъяр ауылынан ҡамыр аштары оҫтаһы Зөлфиә Сөләймәнованың ауыҙҙа иреп торған баллы бауырһыҡтары, ҡарағаттан эшләнгән тәмле рулеты менән тәмләп сәй эскәндә уның ошо яратҡан шөғөлө тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. Ғөмүмән, ул бешергән сәк-сәк, бәлештәрҙе туған-тумасаһы яҡындары, күрше-тирәһе күптән тәмләп ҡараған. Зөлфиәнең уңып бешкән ҡамыр аштарын аят, ҡунаҡтарға, юбилей һәм туй табындарына заказ буйынса бешертәләр.
--Мөмкин булһа, мин аш-һыу бүлмәһенән бөтөнләй сыҡмаҫ инем. Рәхәтләнеп беренсе, икенсе блюдо аш-һыуын, тағы ла төрләндереп, ятыраҡ рецептар менән ҡамыр аштарын бешерергә мине генә ҡуш инде. Ризыҡтарым әҙер булһа, өҫтәлгә матур итеп ҡуйып, иң беренсе яҡындарымды өҫтәл артына саҡырам. Әсәйем, ҡайным менән бейемем, ирем, балаларым менән киске аш ашауҙары бигерәк күңелле. Әсәйем беҙҙең менән йәшәй, иремдең ата-әсәһе лә өс өй аша ғына күршеләр. Берәй тәмлекәс бешереп, саҡырыуыма бөтәһе лә өйрәнеп бөткәндәр. Бейемемә шылтыратып, киске ашҡа әйтәм тиһәң, ҡайным: “Килен, тағы ла ниндәй тәмле нимә бешерҙең?”, --тип һорай торған. Улар маҡтап ашаған һайын ҡыуанам, тағы ла тәмлерәк, ятыраҡ ризыҡ әҙерләргә дәртләнеп кенә торам,--ти Зөлфиә.
Зөлфиәнең аш-һыуға, бәлештәр, татлы ризыҡтар бешереүгә ынтылышы мәктәптә уҡыған саҡта башлана. Әсәһенең эштән ҡайтыуын бешеренеп көтөп ала. Ә үҙе ғаиләле булғас, яратҡан шөғөлөнә ныҡлап тотона. Кешеләр тәмле, уңып бешкән тип, байрам табындарына заказ бирә башлағас, интернетта төрлө төркөмдәрҙән рецептар ҡарап, яратҡан эшен тағы ла камиллаштыра.
--Ҡамыр аштарынан тыш, төрләндереп аш-һыу әҙерләргә яратам. Ғаиләмдең иң яратып ашағаны –ҡаҙаҡ һалмаһы. Итле ашты еренә еткереп бешереп, һалмаһын үҙем йәйәм. Бынан тыш, көнсығыш рецептары буйынса долма, дымляма бешерәм. Әйткәндәй, ирем дә үҙ ҡулдары менән ыҫлап бешерә торған махсус ҡулайлама эшләп, шунда ҡаҙ-өйрәк ыҫлай, балыҡ та бешерә. Яҙ етеп, ишек алдын йыйыштыра башлаһаҡ, бигерәк күңелле була. Самауыр ҡайнатабыҙ, ыҫлау ҡоролмаһында яратҡан ризыҡтарыбыҙҙы бешерәбеҙ, барлыҡ эштәрҙе лә дәррәү башҡарып ҡуябыҙ,--ти Зөлфиә Сөләймәнова.
Оҫта ҡуллы Зөлфиә бөгөнгө көндә декрет ялында. Ҡамыр ризыҡтарын әҙерләүе оҙаҡ булыуға ҡарамаҫтан, яратҡан шөғөлөнә ваҡыт таба. Киреһенсә, бешергән тәғәмдәренең ассортиментын арттырған. Баллы бауырһаҡ, сәк-сәк, һәр төрлө эслек менән бәлештәр күләмле, йәғни ҙур булыуҙары менән дә айырыла.
--“Инстаграм”да рецептарымды ҡуям. Теләгән кешеләр шунда яҙылып, уларҙы күрә, үҙҙәре файҙаланып ҡарай ала. Һыналған рецептар ҡуяһың, гел уңып бешә тип әйтеүселәр күп. Шуға күрә “Инстаграм”да минең битләүемә рәхим итеп яҙылығыҙ,--ти оҫтабикә.
Апрель айынан Зөлфиә ҙур батмуста 3-4 килограмлыҡ татлы бауырһаҡтарға заказдар ҡабул итә. Алдан шылтыратып та, “Бәйләнештә”, “Инстаграм” төркөмдәрендә яҙып та заказ бирергә була. Шулай уҡ Аҡъяр буйынса әҙер продукцияны клиенттың йортона алып биреү мөмкинлеге лә бар. 8-927-358-44-22 телефон һандары буйынса алдан шылтыратып һөйләшкән ваҡытта тәмлекәстәрҙең хаҡы, шулай уҡ продукцияны клиенттың йортона тиклем алып килеү биреү мөмкинлеге тураһында ла килешеп була.