ЙӘМҒИӘТ
24 Март 2021, 07:31

"Ростех ҡанаттары" программаһы старт алды

/

Ростех авиатөҙөлөш тармағы өсөн "Ростех ҡанаттары" тип аталған яңы быуын инженерҙарын уҡытыу өсөн Бөтә Рәсәй белем биреү программаһын тормошҡа ашыра башлау тураһында хәбәр итә.
Проект Мәскәү, Өфө, Һамар, Рыбинск, Ҡазан, Улан-Удэ, Пермь, Иркутск, Новосибирск ҡалаларындағы туғыҙ профилле юғары уҡыу йорттарын үҙ эсенә ала. Шул иҫәптә - Өфө дәүләт авиация техник университеты. Программала ҡатнашҡан университет студенттары Ростехтан мотивация түләүҙәре аласаҡ, сумма - 10 меңдән 25 мең һумғаса. Бынан тыш, беренсе курстан алып дәүләт корпорацияһының ҙур технологик проекттарында ҡатнашыу мөмкинлеге асыла.
Быйыл "Ростех ҡанаттары"ның пилот төркөмдәренә 120-нән ашыу студентты ҡабул итеү планлаштырыла. Улар үҙ белгеслектәре буйынса көсәйтелгән программа буйынса уҡыясаҡ һәм тәүге йылдан дәүләт корпорацияһы структураларында эшләй аласаҡ.
"Ростехтың сәнәғәт, инвестиция һәм интеллектуаль ресурстары бар, дәүләт корпорацияһы уларҙы инженерҙар үҫтереүгә, уларҙың прогрессив идеяларына һалырға әҙер. Беҙҙең өсөн шул мөһим – уҡытыу сифаты һәм студенттары мотивациялау. Шулай итһәк, авиация заводтарына көслө кадрҙар килеүен тәьмин итә алабыҙ", - тине Ростехтың авиация кластеры индустрия директоры Анатолий Сердюков.
Университет быйыл студенттарҙы "Авиация һәм ракета двигателдәрен проектлау" йүнәлеше буйынса йыясаҡ. Талаптар: аттестаттың уртаса балы - 4, А2 инглиз теле кимәле, БДИ буйынса 210 балл. Предмет һәм тематик олимпиадаларҙа еңеү яҡшы буласаҡ.
"Беҙ студенттар өсөн махсус шарттарҙа элиталы инженер белеме йолаларын тергеҙәбеҙ. “Ростех ҡанаттары” махсус проекты талантлы һәм амбициялы йәштәргә донъя кимәлендәге белемде Өфөнән сыҡмай алыу мөмкинлеге бирәсәк. Беҙ алдынғы “һанлы” компетенциялары булған яңы быуын инженерҙарын әҙерләргә теләйбеҙ. Улар заманса авиадвигателдәр төҙөү тармағы предприятиеларында эшләү өсөн тулыһынса әҙер буласаҡ", - тине ӨДАТУ ректоры Сергей Новиков.
Пилот төркөмдәрендәге ҡиммәтле уҡыу эш биреүсе предприятиелар тарафынан түләнәсәк. Улар - Ростех составына ингән “ОАК”, “ОДК”, “Рәсәй вертолеттары”, “КРЭТ”, Технодинамика” компаниялары.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/belem-m-t-rbi/Rosteh-anattari-programma-i-start-aldi-730745/
Читайте нас