Хәйбулла хәбәрҙәре
+29 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
ЙӘМҒИӘТ
24 Март 2021, 08:00
Һәләк булған летчиктарҙың береһе – Учалынан
/
Кисә Калуга өлкәһендәге аэродромда ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, өс хәрбиҙең береһе яҡташыбыҙ Денис Солтанов булып сыҡты.
Шайковка аэродромында хәрби авиабаза урынлашҡан. Ту-22М3 бомбардировщигы уҡыу осошона йыйынған булған. Двигателдәрҙе тоҡандырғас, яңылыш ҡына самолетта катапульта хәрәкәткә килә – летчиктар ултырғыстары менән һауаға ырғытыла. Бейеклек етерлек булмау сәбәпле, парашюттар асылып өлгөрмәй. Өс хәрби – командир, штурман һәм инструктор – бетонға ҡолап төшөп вафат була, берәүһе яралана һәм аҙаҡтан дауаханаға оҙатыла.
Һәләк булғандарҙың береһе – яҡташыбыҙ, Учалы егете Денис Солтанов. Майор, авиация командиры һәм полк штурманы. Ул дүрт тапҡыр Мәскәүҙәге Еңеү парадында һауала самолеттар осошонда ҡатнашҡан.
Былтыр йәй үткән хәрби парад алдынан хәбәрселәр Денистың ата-әсәһе менән әңгәмәләшә. “Дүрт йыл ҡайта алғаны юҡ, улыбыҙҙы бик һағындыҡ”, – ти Зөлфиә һәм Дамир Солтановтар.
Ғаиләләге өс малайҙың иң өлкәне була ул. Өсөһө лә Учалы ҡалаһының 1-се башҡорт лицейында уҡый, өсөһө лә авиацияны, хәрби һөнәрен һайлай. Һаулығы торошо буйынса армияла хеҙмәт итә алмаған атай кеше бының менән гел ғорурлана.
Денис Силәбе штурмандар юғары хәрби авиация училищеһын (Хәрби институт) тамамлап, Калуга өлкәһенә хеҙмәткә тәғәйенләнә. Руслан да шул уҡ уҡыу йортон тамамлап, Свердловск өлкәһендә капитан дәрәжәһендә хеҙмәт итә, старшина Данил – Силәбеләге авиабазала.
Мәрхүм булған яҡташыбыҙҙың ҡатыны Алина һәм ике бәләкәй балаһы ҡалған. Биш йәшлек Артур дауалауға мохтаж, арҡа мускулы атрофияһы менән яфалана. Уға ҡиммәтле дарыуға аҡса ла йыялар.
Ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ, рух ныҡлығы, һаулыҡ теләйбеҙ.
Фото: resbash.ru һәм nikatv
Автор: Гульдар Булякбаева-Бирганова.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/l-k-bul-an-letchiktar-i-bere-e--Uchalinan-731626/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"