Кәңәшмә Республика Премьер-министры Андрей Назаров етәкселегендә видеоконференция бәйләнеше режимында үтте. Унда БР Хакимиәте Премьер-министрының тәүге урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов та ҡатнашты.
Андрей Назаров мәктәптәрҙә туҡланыу сифаты төбәк башлығының ныҡлы күҙәтеүе аҫтында булыуын йәнә берҙе иҫкә төшөрҙө. Шулай уҡ был йәһәттән төрлө яуаплы ойошмалар беркетелгән, тип билдәләне.
- Үткәрелгән кәңәшмәләр һәм ҡабул ителгән саралар һөҙөмтәләре буйынса, был йәһәттән хәлде яҡшы яҡҡа көйләй алдыҡ. Уҡыусыларҙың мәктәптәрҙә туҡланыу режимын һәм графигын контролдә тотоу системаға һалынған. Лаборатрия шарттарында ризыҡтың сифатын тикшереү эше лә яйлы бара, - тине Андрей Назаров.
Дөйөм белем биреү усаҡтарында туҡланыу сифатын яҡшыртыу саралары хаҡында БР Хакимиәте Премьер-министрының тәүге урынбаҫары, иҡтисади үҫеш министры Рөстәм Моратов та телгә алды.
Андрей Назаров мәктәптәрҙә экобуфеттар ойоштороу бурысын ҡуйҙы. Рөстәм Моратов әйтеүенсә, 1934 дөйөм белем биреү усағында 392 буфет эшләй. Бындай экобуфеттарҙа урында етештерелгән тауарға өҫтөнлөк биреләсәк. Шулай уҡ киләсәктә мкәтәптәрҙә аҙыҡ блоктарын яңытырыу мәсьәләһе лә тора.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bash-ortostan-m-kt-pt-rend-ekobufettar-barli-a-kil-s-k-729717/