ЙӘМҒИӘТ
22 Март 2021, 10:45

ЭШҠЫУАРҘЫҢ ЭШЕ ЯЙЛЫ

/

Эшен яратып башҡарған, тырыш кешеләр тормошта үҙ урындарын табып, бәхетле ғүмер кисерә. Уларға ҡарап һоҡланмау, башҡаларға өлгө итеп ҡуймау мөмкин түгел.
Аҡьяр ауылында йәшәүсе Денис Риф улы Юлдашбаев—булдыҡлы, ныҡыш, маҡсатҡа ынтылыусан, тәүәккәл егет. Ул шәхси эшҡыуарлыҡҡа 2016 йылда тотонған. Иң беренсе үҙ ҡулдары менән төҙөп, ике бокслы автомашиналар йыуыу үҙәген асһа, унан һуң уларҙы сервислау, тәгәрмәстәр ремонтлау менән шөғөлләнә башлай. Хәҙер иһә “Росгострах” автомобилдәрҙе страховкалау үҙәген дә асып ебәргән. Денис Риф улына мөрәжәғәт итеүселәр бер урында ғына автомобилдәрен йыуа, ремонтлай, хатта страховка ла эшләй ала. Был бик уңайлы.
Бәләкәйҙән транспорт менән ҡыҙыҡһынып үҫкән егет был эштә генә туҡталып ҡалмаған. Бөгөн уның йөк ташыу машиналары бөтә Рәсәй буйлап эшләй, йөк ташый. “Машиналарҙы шофер табып юлға сығарам. Ә үҙем ҡул ҡаушырып, уларҙы күҙәтеп ултырмайым инде”,—тип канализация һыуҙарын һурҙырыусы машина алып ебәргән.
—“Ете ҡат үлсә, бер ҡат киҫ” тигәндәй шәхси эшҡыуарлыҡ эшенә ныҡлы уйлап тотондом. Мәктәпте тамамлағас, Сибай институтының юридик факультетына уҡырға индем. Унан һуң Ватан алдындағы хәрби бурысымды үтәп ҡайттым һәм күңелгә ятҡан эш таба алмай аҙапландым. Нимәгәлер тотонорға, үҙ эшемде асырға дәрт бар ине. Тәүҙә төрлө эштәрҙә йөрөп ҡараным, утын да ярҙым, машиналар ҙа ремонтланым. Унан һуң ғына үҙ эшемә тотонорға йөрьәт иттем. Ҡала хакимиәтенән “Йәш эшҡыуарҙарға ярҙам” проекты сиктәрендә 300 мең һум ярҙам алыу мине тағы ла нығыраҡ дәртләндереп ебәрҙе,—ти Денис Риф улы.
Автосервис үҙәгенә мөрәжәғәт итеү-селәрҙән йыш ҡына: “Яҡын-тирәлә сәскә магазины бармы?”—тигән һорауҙарҙы ишеткәс, Дениста сәскә һатыу нөктәһе асыу идеяһы тыуа. Тиҙҙән “Флорис” исемле сәскә магазины сафҡа инә. Сәскәләрҙе тәүҙә уларҙы ташыусыларҙан алһа, хәҙер тура Голландиянан үҙе ҡайтарта. Уйлап ҡараһаң, ике эштең бер-береһе менән бөтөнләй бәйләнеше юҡ. Тик тырыш эшҡыуар йөктө тигеҙ тартып, икеһен дә уңышлы алып бара.
Денистың бөтөнләй башҡа йүнәлештә башлаған эше тураһында ла әйтеп үтергә кәрәк. Ул дуҫы Наил Вәхитов менән “Өләсәй” кафеһын асып ебәргән һәм уңышлы ғына эшләп килә.
—Был эштәрҙең барыһының да гөрләп эшләүенең башында яңылышыуҙар, хаталаныуҙар, бейеклеккә күтәрелеүҙәр, түбән төшөүҙәр ҙә бар. Улар тәжрибә тупларға, аяҡҡа нығыраҡ баҫырға ярҙам итте. Үҙ эшен саҡ башлап йөрөүселәргә шуны әйткем килә: үҙ һүҙеңдә тора белергә, теләгеңде аныҡ аңларға, түҙемле булырға кәрәк. Форсаттан файҙаланып, бар хеҙмәткәрҙәремә тырыш хеҙмәттәре өсөн рәхмәтемде белдерәм,—тип әңгәмәне тамамланы шәхси эшҡыуар.
Ниндәй генә ҡаршылыҡтар осраһа ла, Денис бирешмәҫ, гөрләтеп эшләр, яңы уңыштарға өлгәшер, бейеклектәр яулар.
Альфира Узянбаева.
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/common_material/ESh-IUAR-I-EShE-YaYLI-726646/
Читайте нас