Башҡортостанда ҡот осҡос фажиғә теркәлде. Республиканың Шишмә районындағы бер ауылда бер юлы ике кешенең ғүмере өҙөлдө. Был турала “КП-Өфө” порталы хәбәр итә.
Асыҡланыуынса, ҡурҡыныс хәл 17 мартта төнөн була. Туғандары 30 йәшлек ҡатын менән уның алты йәшлек улының үле кәүҙәләрен таба. Был фажиғә тураһында мәғлүмәт социаль селтәрҙәрҙә тарала һәм ауылдаштарҙы уларҙы ерләргә саҡыралар. Әммә яҡындары ни булғаны тураһында һөйләргә теләмәй.
Ә ғаиләгә, ысынлап та, ауыр ҡайғы килә. Баҡһаң, әсә кеше улының үле кәүҙәһен таба. Малайҙың тыумыштан ауыр сире булған һәм шул төндө сирҙән вафат була. Был тиклем ауыр ҡайғыны күтәрә алмаған әсәй кеше иһә үҙенә ҡул һалған.
Ҡатынды ауылдаштары тик ыңғай яҡтан телгә ала. Ул эскерһеҙ, изге күңелле булған һәм балаһын ныҡ яратҡан. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны юғалтыуҙы кисерә алмаған. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡсылары был хәлде төрлө яҡлап тикшерә. Ә беҙ ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Автор: Альфия Мингалиева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/Bala-in-yu-altiu-ay-i-in-k-t-r-almay-726563/