Башҡорт дәүләт университетында “Росстат” федераль дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе Павел Малков студенттар алдында “Һандар эшләргә тейеш” тигән асыҡ лекция менән сығыш яһаны. Ул яҡын киләсәктә үткәреләсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһына әҙерлек барышында статистика хеҙмәтенең бөгөнгө торошона арналғайны.
Университеттағы был сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, республика Хөкүмәте Премьер-министрының Беренсе урынбаҫары - Хөкүмәт Аппараты етәксеһе Илшат Тажетдинов, “Башҡортостанстат” идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниев һәм башҡа вазифалы кешеләр ҙә ҡатнашты.
– Сираттағы халыҡ иҫәбен алыу сараһы беренсе тапҡыр һанлы форматта һәм һуңғы тапҡыр ғәҙәти рәүештә үткәреләсәк, – тине Павел Малков. – Бынан ун йыл элек кенә иҫәпкә алыусының планшет тотоп йөрөүен, мәғлүмәтте Дәүләт хеҙмәте порталы һәм мобиль ҡушымталар аша аласағыбыҙҙы күҙ алдына ла килтермәй инек. Хәҙер һанлы формат талаптары көсәйә генә бара. Әлбиттә, был статистика хеҙмәтенә талаптарҙы ла арттыра.
“Росстат” етәксеһе бындай шарттарҙа кадрҙарҙың етерлек булыуының һәм уларҙың сифатының хәл иткес булыуын билдәләне, оҙаҡламай диплом аласаҡ йәштәрҙе статистика органдарына эшкә саҡырҙы. Әлеге көндә Рәсәйҙең 66 территориаль статистика органында 20 меңдән ашыу кеше эшләй, уларҙың 92 проценты – ҡатын-ҡыҙҙар, хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше – 46, беҙҙең илдә һәр 100 мең кешегә 11 статистика хеҙмәткәре тура килә. Рәсәйҙең статистика базаһында 25 миллиард берәмек мәғлүмәт һаҡлана.