Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бөгөн республиканың торлаҡ- коммуналь хужалыҡ хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы. Уның белдереүенсә, тармаҡҡа быйыл 90 йыл тула.
“Һеҙ был көндө лайыҡлы һөҙөмтәләр менән ҡаршылайһығыҙ. Ҡала һәм ауылдарҙың торлаҡ-хужалыҡ ойошмаларында хеҙмәт иткән 30 меңгә яҡын хеҙмәткәрҙең намыҫлы эше һөҙөмтәһендә предприятиеләр һәм социаль учреждениелар йылылыҡ, һыу, газ, электр энергияһы менән ышаныслы тәьмин ителгән. Шуның менән һеҙ иҡтисадты һәм социаль өлкәне нығытыуға, кешеләрҙең тормош сифатын яҡшыртыуға ҙур өлөш индерәһегеҙ, - тип билдәләне республика етәксеһе. - Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһе юғары профессионаллек, белем, бирелеп эшләүҙе талап итә. Коммуналь хеҙмәттәргә ябай булмаған шарттарҙа, йыш ҡына тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килә. Көсөргәнешле һәм яуаплы хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт.”
Радий Хәбиров тармаҡ ветерандарының лайыҡлы хеҙмәтен айырыуса билдәләп, уларға хөрмәтен белдерҙе.
“Һеҙ һәр саҡта ла эшһөйәрлек өлгөһө булып ҡалаһығыҙ, йәштәргә тармаҡтың яҡшы традицияларын һаҡсыл рәүештә тапшыраһығыҙ,- тине етәксе.- Беҙгә әле күп эштәрҙе башҡарырға кәрәк. Бөгөн коммуналь комплекс һанлаштырыуға, йорттарҙың энергия һаҡсыллығын тәьмин итеүгә, эсәр һыу сифатын яҡшыртыуға мохтажлыҡ кисерә. Торлаҡ милекселәре институтын нығытыу, идарасы һәм подряд ойошмаларының эшен камиллаштырыу мөһим. Байрам көнөндә һеҙгә һәм яҡындарығыҙға һөнәри уңыштар, ныҡлы сәләмәтлек, именлек теләйем!”