ЙӘМҒИӘТ
20 Март 2021, 10:29

Кем оҙон ғүмерлерәк?

Ошо көндәрҙә Башҡортостан статистары һәр мең ир-атҡа нисә ҡатын-ҡыҙ тура килгәнен иҫәпләгән.

Ошо көндәрҙә Башҡортостан статистары һәр мең ир-атҡа нисә ҡатын-ҡыҙ тура килгәнен иҫәпләгән. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала 2,1 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәй (бөтә халыҡтың 53,1 проценты). 1000 ир-атҡа уртаса 1133 ҡатын-ҡыҙ тура килә.

Әүәлгесә ҡыҙҙарға ҡара­ғанда малай­ҙар күберәк тыуа. Хәҙерге ваҡытта ирҙәр һәм ҡатындар һаны 20 йәштәрҙә тигеҙләшә. Хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың өлкән төркөмөндә ҡатын-ҡыҙ һаны арта, артабан был айырма тағы ла көсәйә. Бер мең ир-атҡа 2225 аҫыл зат тура килеүе билдәле. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы ҡатын-ҡыҙ өсөн – 78 йәш, ир-ат өсөн – 67,3 йәш.

Аҫыл зат вәкилдәре иҡти­садтың бөтә йүнәлештәрендә эшләй. Шулай ҙа күпселеге мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр, сауҙа, ҡунаҡхана, йәмәғәт туҡланыуы тармаҡтарында хеҙмәт итә. Иҡтисадта эшләгән аҫыл заттың белем кимәле ирҙәр менән сағыштырғанда юға­рыраҡ. Эшләгән ҡатын-ҡыҙ араһында юғары белемгә эйә булыусылар 38,5 процент тәшкил итә (ир-ат – 25,5 процент).
Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Читайте нас