ЙӘМҒИӘТ
19 Март 2021, 06:29

Улар барыһын да иҫәпләй

/

Башҡорт дәүләт университетында “Росстат” федераль дәүләт статистика хеҙмәте етәксеһе Павел Малков студенттар алдында “Һандар эшләргә тейеш” тигән асыҡ лекция менән сығыш яһаны. Ул яҡын киләсәктә үткәреләсәк Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу сараһына әҙерлек барышында статистика хеҙмәтенең бөгөнгө торошона арналғайны.

Университеттағы был сарала Башҡортостан Башлығы Хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин, республика Хөкүмәте Премьер-министрының беренсе урынбаҫары – Хөкүмәт Аппараты Етәк­сеһе Илшат Тажетдинов, “Башҡорт­остан­стат” идаралығы етәксеһе Әкрәм Ғәниев һәм башҡа вазифалы кешеләр ҙә ҡатнашты.

– Сираттағы халыҡ иҫәбен алыу сараһы беренсе тапҡыр һанлы форматта һәм һуңғы тапҡыр ғәҙәти рәүештә үткәреләсәк, – тине Павел Малков. – Бынан ун йыл элек кенә иҫәпкә алыусының планшет тотоп йөрөүен, мәғлүмәтте дәүләт хеҙмәте порталы һәм мобиль ҡушымталар аша аласағыбыҙҙы күҙ алдына ла килтермәй инек. Хәҙер һанлы формат талаптары көсәйә генә бара. Әлбиттә, был статистика хеҙмәтенә талаптарҙы ла арттыра.

“Росстат” етәксеһе бындай шарттарҙа кадрҙарҙың етерлек булыуының һәм уларҙың сифатының хәл иткес икәнлеген билдәләне, оҙаҡламай диплом аласаҡ йәштәрҙе статистика органдарына эшкә саҡырҙы. Әлеге көндә Рәсәйҙең 66 территориаль статистика органында 20 меңдән ашыу кеше эшләй, уларҙың 92 проценты – ҡатын-ҡыҙ, хеҙмәткәрҙәрҙең уртаса йәше – 46, беҙҙең илдә һәр 100 мең кешегә 11 статистика хеҙмәткәре тура килә (Австрияла, мәҫәлән, был күрһәткес – 31, Канадала 18 кеше). Рәсәйҙең статистика базаһында 25 миллиард берәмек мәғлүмәт һаҡлана.

Бөгөнгө “Росстат” киң мәғлүмәт саралары менән дә әүҙем хеҙмәттәшлек итә: көн һайын журналистарҙың һорауҙарына 5-10-ар яуап ебәрелә, төрлө мәғлүмәттәргә аңлатмалар әҙерләнә, коммуникацияның бөтә каналдары – киң мәғлүмәт сараларынан алып социаль селтәргә һәм мессенджерҙарға тиклем булған мөмкинлектәр файҙаланыла. Статистика мәғлүмәттәре менән ҡыҙыҡһыныу йәмғиәттә һуңғы ике йылда 3,6 тапҡырға артҡан. Ай һайын “Росстат” һигеҙ мәғлүмәт-аналитика оператив материалдар баҫып сығара, улар демография, мәшғүллек һәм эшһеҙлек, ҡулланыу хаҡтары индексы, сәнәғәт етештереүе индексы, етештереүселәр хаҡтары индексы, эш хаҡы буйынса кисектерелгән бурыс, ойошмаларҙың финанс хәле темаларына бағышлана.

Аналитик сводка буйынса аныҡ миҫалдар ҙа килтерелде. Мәҫәлән, быйылғы февралдә инфляция ғинуар менән сағыштырғанда 0,8 процентҡа күтәрелгән, ҡыяр һатып алыу 18 процентҡа артҡан, шәкәр ҡомо 0,6 процентҡа аҙыраҡ һатылған һәм башҡалар. “Ни өсөн һатып алыусы кәрзиненең хаҡы йыш ҡына “Росстат” иҫәпләгән ҡулланыу хаҡтары индексы менән тура килмәй? Сөнки ҡулланыу хаҡтары индексы илдең төрлө төбәктәрендә төрлөсә, граждандың шәхси ҡулланыу кәрзине йәшәү минимумы буйынса иҫәпләнгән тауарҙар исемлегенә тура килмәҫкә лә мөмкин, ҡулланыу хаҡтары индексын иҫәпләгәндә берҙәм ҡулланыу кәрзине ҡағиҙәләре күҙәтелергә тейеш”, – тине статистика хеҙмәте етәксеһе.

Лекция аҙағында Павел Малков университет студенттары һәм уҡытыу­сыларының күп һандағы һорауҙарына яуап бирҙе.
Автор: Рәшит КӘЛИМУЛЛИН.
https://bash.rbsmi.ru/articles/khaly-i-ben-alyu/ular-bary-yn-da-i-pl-y/
Читайте нас