Күркәм сараға тыуған яҡты өйрәнеүселәр, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм башҡалар йыйылды. Китапты баҫтырыуға әҙерләүсе, Рафаил Рәхимовтың ҡыҙы – Рәсимә Туғыҙбаева тыуған яҡты өйрәнеү өсөн күп көс һалған билдәле яҡташыбыҙҙың тормош һәм хеҙмәт юлы менән таныштырҙы. Саҡырылған ҡунаҡтар үҙ сығышында был китаптың баһалап бөткөһөҙ әһәмиәте тураһында һөйләнеләр.