Хәйбулла хәбәрҙәре
+23 °С
Болотло
ВКонтакте
Одноклассники
Баш
Рус
ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2021, 02:24
Шайморатовсылар тураһында китап сыҡты!
Китапҡа 2700-гә биографик белешмә, 200-ҙән ашыу һүрәт ингән.
Өфөлә “ Шайморатовсылар – легендар 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугирҙәре” китабы донъя күрҙе.
Белешмә-китап – Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы менән “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенең уртаҡ хеҙмәт емеше. Унда Башҡортостанда тыуған йәки Ҡыҙыл Армияға Башҡорт АССР-ынан саҡырылған яугирҙәрҙең биографияһы бирелә. Китапҡа 2700-гә биографик белешмә, 200-ҙән ашыу һүрәт ингән.
Кавалерия дивизияһы яугирҙәренең тулы исемлеген төҙөү буйынса эш Бөтә донъя башҡорттары ҡолролтайы тарафынан 2019 йылда башланғайны. Ошо маҡсатта “Шайморатовсылар – Шайморатов вариҫтары” күләмле проекты иғлан ителде. Ул халыҡта ҙур хуплау тапты, электрон почтаға фотолар, документтар, хәтирәләр менән байтаҡ хат килде. Шулай уҡ республика музейҙары, Башҡортостан Хәрби комиссариаты, Архив эштәре идаралығы, Милли архив һәм башҡа учреждениелар ҙур ярҙам күрһәтте.
Эш барышында 3800-ҙән ашыу яугир тураһында мәғлүмәт йыйылды. Улар эшкәртеү һәм белешмәне әҙерләү өсөн “Башҡорт энциклопедияһы” ғилми нәшриәтенә тапшырылды.
Әйткәндәй, китаптың тиражы сикле. Ул республика китапханаларына таратыла.
Фото: bashinform.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
https://bash.rbsmi.ru/articles/b-y-k-e-e-g-75/Shaymoratovsilar-tura-inda-kitap-si-ti-711545/
Читайте нас
Партнеры
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"