ЙӘМҒИӘТ
14 Март 2021, 02:32

Пегас йондоҙлоғонда Аҡбуҙат йондоҙо ҡалҡты

Ҙурлығы буйынса ун бишенсе күк есеме хәҙер башҡорт халҡының ҡанатлы аты – ошо уҡ исемдәге халыҡ эпосы геройының исемен йөрөтә.

Пегас йондоҙлоғонда Аҡбуҙат йондоҙо барлыҡҡа килде.
Ҙурлығы буйынса ун бишенсе күк есеме хәҙер башҡорт халҡының ҡанатлы аты – ошо уҡ исемдәге халыҡ эпосы геройының исемен йөрөтә.
«Аҡбуҙат» журналы редакцияһы сертификат менән бүләкләнде. «Аҡбуҙат» – мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балалар өсөн айлыҡ әҙәби-нәфис журнал.
Милли киң мәғлүмәт саралары ассоциацияһы тарафынан Рәсәйҙең иң яҡшы этник баҫмаларының береһе тип танылған журнал сыға башлауҙың 30 йыллығы уңайынан йондоҙға ошондай исем бирелде.
Читайте нас