Ғаилә—һәр кем өсөн йылы усаҡ. Ул мөхәббәт менән һуғарылып, ни тиклем нығыраҡ дөрләп яна, унан килгән йылылыҡтың илаһи шауҡымы шул тиклем көслө була. Ата-әсә йорттоң тотҡаһы, ә балалар—уның көҙгөһө. Йәмле, йылы йортҡа талпынып тигәндәй ҡайтаһың, яҡындарыңдың ҡуйынында күңелеңә тыныслыҡ һәм ҡурсалау табаһың.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алдағы һүрәтләүҙәр күптәр өсөн уйҙырма, йә уйлап сығарылған әкиәт кеүек. Һуңғы арала тормош ауырлыҡтарына бирешеп тарҡалған ғаиләләр, йә эскегә, йә башҡа насар юлға баҫыусы ата-әсәләр йыш осрай. Бындай ғаиләләрҙә ыҙғыш, талаш, һуғыш көн һайын. Ә балалар... Өлкәндәр бер-береһенә баш бирергә теләмәгән ваҡытта уларҙың ҡайғыһы юҡ. Меҫкен балалар үҙ көндәрен үҙҙәре күрергә мәжбүр.
—Донъяла ниндәй хәлдәр килеп тыуһа ла, бер ваҡытта ла үҙеңде яңғыҙ һәм ярҙамһыҙ итеп тойорға ярамай. Сибай ҡалаһында урынлашҡан көньяҡ-көнсығыш район-ара “Ғаилә” үҙәге тап ошондай ғаиләләр менән эшләй. Унда Сибай, Баймаҡ ҡалалары, Баймаҡ, Хәйбулла, Йылайыр, Ейәнсура райондарынан мөрәжәғәт итергә була. Исеменән үк билдәле булыуынса, үҙәк ғаилә сәйәсәтен тормошҡа ашырыу, ғаилә институтын, балалар алдында ата-әсә яуаплылығын нығытыуға һәм үҫтереүгә булышлыҡ итеү, ғаилә эсендә йылы мөнәсәбәттәрҙе тергеҙеү, мохтаждарға төрлө дәүләт ярҙамын алыуҙа булышлыҡ итеү менән шөғөлләнә. Бынан тыш ауыр хәлгә тарыған ғаиләләргә бушлай юридик һәм психологик, матди ярҙам күрһәтелә. Уҙған йылда башлаған яңы эш формаһы—ғаиләне социаль оҙатыу быйыл бик әүҙем эшләй,—ти “Ғаилә” үҙәге директоры Лариса Таекина.
Ауыр тормош хәленә ҡалған ғаиләләр өсөн үҙәк хеҙмәткәрҙәре йыш ҡына төрлө саралар уҙғарып тора. Бигерәк тә “Изгелек кәрзине”, “Бергәләп ярҙам итәйек” һәм башҡа акциялар бик популяр. Инвалид, һаулыҡтары яғынан мөмкинлектәре сикләнгән балалар тәрбиәләүсе ата-әсәләр өсөн “Әсәйгә ял” проекты эшләп килә. Бында әсәйҙәргә киноға, кафеға барып ял итергә, оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашыу мөмкинлеге булдырылған. Был ваҡытта балаларҙы “Бер сәғәткә өләсәй” акцияһында ҡатнашыусылар ҡарап тора. “Ғаилә“ үҙәге ойошторған акцияларҙың барыһы ла ғаиләләрҙе нығытыуға, яңғыҙ әсәйҙәргә, атайҙарға ярҙам итеүгә ҡайтып ҡала. Бөгөнгө көндә үҙәккә мөрәжәғәт итеп, ярҙам алыусылар, белгестәр булышлығы менән тура юлға баҫыусылар байтаҡ.
Бер кем дә тормошта хаталарҙан, яңылышыуҙарҙан ҡурсаланмаған. Ер йөҙөндәге миллионлаған кешенең үҙ яҙмышы, үҙ ғүмер юлы.Донъяла ниндәй генә хәлдр булмай ҙа , ниндәй генә кешеләр осрамай. Нисек кенә булмаһын, яҡшыға өмөт итеүҙән туҡтамайыҡ. Ауыр мәлдәрҙә тирә-яҡтағыларҙан ярҙам һорарға, йә,киреһенсә, мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға тартынмайыҡ. Кешелекле, иғтибарлы,мәрхәмәтле булайыҡ!
https://ataysal.rbsmi.ru/articles/k-n-k-m-s-l/AIL--AIL-L-RG-YaR-AM-IT-711467/