Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Март 2021, 12:46

“Һеҙгә, һөйөклөләребеҙ”

Баш ҡаланың “Торатау” Конгресс-холы эргәһендәге майҙанда ҡарҙа ғәйәт ҙур һүрәтте кемдәр төшөргән?

Баш ҡаланың “Торатау” Конгресс-холы эргәһендәге майҙанда, республиканың Йәш гвардияһы әүҙемселәре төбәк ҡатын-ҡыҙҙарын үҙенсәлекле рәүештә ҡотланы – ҡарға ләлә сәскәһе һүрәтен төшөрөп, “Һеҙгә, һөйөклөләребеҙ” тип яҙалар.
“Йыл һайын Башҡортостандың Йәш Гвардияһы “Ҡәҙерлем, һин хаҡлыһың” тип яҙылған плакаттар тотоп, комплименттар белдереп, ҡыҙҙар өсөн демонстрация ойоштора ине. Эпидемиологик хәл сәбәпле, төбәк ҡатын-ҡыҙҙарын ошо рәүешле ҡотларға ҡарар иттек. Гүзәл затты байрам менән тәбрикләйем”, - тине “Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардияһы” ойошмаһының төбәк етәксеһе Оскар Лютов.
Автор: Римма Султанова
Читайте нас: