Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
8 Март 2021, 11:50

101 йәштә лә кәйеф байрамса...

Ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ инде, өлкәнәйһә лә, хатта йөҙ йәш сиген уҙһа ла...

Ҡатын-ҡыҙ ҡатын-ҡыҙ инде, өлкәнәйһә лә, үҙенең аҫыл зат вәкиле икәнен онотмай, һаман да матурлығын, һаулығын һаҡларға, бирешмәҫкә тырышып, яҡындарын хәстәрләп йәшәй. “Салауат ерендә” район гәзите хәбәрселәре ошо биләмәлә бер быуат ғүмер йәшәп, икенсе йөҙ йыллыҡҡа аяҡ баҫҡан ағинәйҙәр тураһында яҙғайны инде. Байрам көнөндә лә уларға иғтибар ҙур.
Салауат районының Шәрип ауылында йәшәгән педагогия хеҙмәте ветераны Зәйнәп Һаҙыеваны 8 Март байрамы менән ҡотларға район хакимиәте башлығы Марс Кашапов үҙе килгән. Ағинәйҙең кәйефе яҡшы, йор һүҙле, кәйефе шәп, илдәге бөтә яңылыҡтар менән ҡыҙыҡһына. Хәтеренең ныҡлығына йәштәр көнләшерлек! Район етәксеһе инәйҙе ҡатын-ҡыҙҙар байрамы менән ҡотлап, һаулыҡ, оҙон ғүмер теләп, сәскәләр тапшырған.
“Йөҙйәшәрҙәрҙең икенсеһе Рауза Йомағужина әле Златоуст ҡалаһында туғандарында ҡунаҡта, шуға күрә уны бөгөн күреп, байрам менән ҡотлап булманы”, - тип үкенес белдергән етәксе.
Шамил Әхмәтшин фотоһы.
Автор: Дина Арсланова
Читайте нас: