Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2021, 14:47

Юрмыйҙар йыйын ойошторҙо

Юрмый ырыуы вәкилдәре Өфө ғалимдары менән бергә ырыуҙаштары – тыуған яҡты өйрәнеүселәр, шәжәрә төҙөүселәр, төбәк башҡорттары тарихын тикшереүселәрҙең сығыштарын тыңланы.

Кисә Баҡалы районы үҙәгендә, Баҡалы ауылында башҡорт халҡының Юрмый ырыуы йыйыны үтте. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәре буйынса, йыйынға райондан ете тиҫтә делегат килгән. Уларҙың маҡсаты – телде, тарихты, мәҙәниәтте һаҡлауға ҡағылышлы мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү, бергә тупланып эш итеү.
Юрмый ( Юрми, Юрмый, Йүрми) — төньяҡ-көнбайыш башҡорттары составындағы боронғо башҡорт ҡәбиләһе. Был этноним болгарҙарҙа, венгрҙарҙа һәм сыуаштарҙа осрай. Топонимикала Юрмияз, Юрминка, Юрмиязбаш кеүек исемдәр осрай.
Асыҡ мәғлүмәттәрҙән билдәле булыуынса, юрмыйҙар V быуат аҙағында башҡа (юрматы, байлар, юламан, ғәйнә ҡәбиләләре һәм куртугурҙар менән) ҡәбилә союзы һәм боронғо башҡорт халҡын төҙөй. Юрмыйҙарҙың формалашыуына уларҙың йәнәй, ҡатай, юрматы башҡорт ҡәбиләләре менән күрше булыуҙары йоғонто яһай. XII—XIII быуаттарҙа юрмыйҙар Дала Зәйе һәм Шишмә йылғалары буйында, ә XIII—XIV быуаттарҙа — Ыҡ йылғаһы бассейнында көн иткән, күршеләре байлар, бүләр, йылан, ирәкте, ҡатай һәм ҡырғыҙ башҡорт ҡәбиләләре булған.
XIV быуат аҙағы — XV быуат башында юрмый ҡәбиләһенең бер өлөшө ҡатайҙар менән себер яҡтарына күсенә һәм Төй, Етеҙ Танып йылғалары буйлап урынлаша. Бер өлөшө юрматы ҡәбиләһе менән көньяҡҡа юлланып, Ашҡаҙар, Ағиҙел, Стәрле йылғалары һәм Нөгөш йылғаһының уң яғында йәшәй башлай.
...Баҡалы районындағы сараға килгәндә, Юрмый ырыуы вәкилдәре Өфө ғалимдары менән бергә ырыуҙаштары – тыуған яҡты өйрәнеүселәр, шәжәрә төҙөүселәр, төбәк башҡорттары тарихын тикшереүселәрҙең сығыштарын тыңланы.
Йыйында юрмыйҙарҙың ырыу советы, уның башлығын һайланы, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы янындағы Геральдика комиссияһы тарафынан әҙерләнгән гербты ҡарап ҡабул итте һәм ырыу ҡарарын иғлан итте.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы мәғлүмәттәре буйынса, юрмый ырыуы советына район вәкилдәренән тыш республиканың билдәле шәхестәре лә һайланды. Улар араһында Баҡалы районының почетлы гражданины, “Баҡалы” яҡташтар ойошмаһы Башҡарма комитеты рәйесе Рауил Кәримов, шағирә, “Аҡбуҙат” балалар журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Өфө дәүләт нефть-техник университеты президенты, академик, танылған ғалим, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Айрат Шаммазов бар. Ырыу советы рәйесе итеп Мостафа ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Насырова билдәләнде.
Йыйын аҙағында ҡатнашыусылар ырыу ҡарарын иғлан иткән. Документҡа билдәле башҡорт яҙыусыһы Нәжип Асанбаевтың исемен мәңгеләштереү; башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына иғтибарҙы арттырыу; 112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән Юрмый ырыуы вәкилдәренең исемдәрен тергеҙеү; ырыу йәштәрен төрлө республика һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыуҙарына булышлыҡ итеү һәм башҡа тәҡдимдәр индерелгән.
Сарала Ырыуҙар йыйыны штандарты Ғәйнә башҡорттарына тапшырылған. Киләһе сара Ғәйнә ерендә үтәсәк.
Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары менән осрашыуға, шулай уҡ, “Тамыр” телеканалы һәм “Аҡбуҙат” балалар журналы коллективтары барған. Улар Мостафа ауылында балалар менән төрлө уйындар ойошторған, йәнһүрәттәр күрһәткән.
Баҡалы районындағы йыйында “Мәргән уҡсы” хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин дә барған. Ул уҡтан атыу буйынса оҫталыҡ дәресе үткәргән, мәргәндәр араһында һынау ойошторған.
Сарала ҡатнашыусылар белдереүенсә, Юрмый ырыуы йыйынында ҡатнашыусылар рухи күтәренкелек кисереп, яҡшы кәйеф менән таралышҡан.
Фото: Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының архивынан алынды.
Автор: Гүзәлиә Балтабаева
Читайте нас: