Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
6 Март 2021, 12:52

Милли рухлы Сибәр

Шөкөр, районда эшендә тырыш хеҙмәткәр, өйөндә уңған хужабикә, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап. Бөгөнгө һүҙебеҙ шуларҙың береһе – Аҡъяр ауылында йәшәүсе Сибәр Зәйнетдин ҡыҙы Ҡоҙабаева тураһында.

Шөкөр, районда эшендә тырыш хеҙмәткәр, өйөндә уңған хужабикә, балаларына лайыҡлы тәрбиә биргән ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ бихисап. Бөгөнгө һүҙебеҙ шуларҙың береһе – Аҡъяр ауылында йәшәүсе Сибәр Зәйнетдин ҡыҙы Ҡоҙабаева тураһында.
Ҙур йылғалар кескәй инештәрҙән башланған кеүек, кешенең дә бул­мышына, холоҡ-фиғеленә нигеҙ тыуып үҫкән мөхитендә, ғәзиз атай-әсәй йортонда һалына. Мәҡәлә геройыбыҙ йәмле Ташлы буйында урынлашҡан тәбиғәте иҫ китерлек матур Әбүбәкер ауылында данлыҡлы балта оҫтаһы Зәйнетдин һәм тегенгә, ҡул эшенә, аш-һыуға маһир, йырсы әсәһе Зөлҡағиҙә ғаиләһендә донъяға килә. Тик тормош ауырлыҡтары уның бала сағынан башлана - 11 йәшендә әсәйһеҙ, 17 йәшендә атайһыҙ ҡала. Етем ҡыҙыҡай тырышлығы, көслө рухы арҡаһында ҡайҙа йөрөһә лә, юғалып ҡалмай.
Тормош иптәше Хәбир Ҡоҙабаевты осратып, уның менән Яңы 1977 йылды ҡаршылағанда никахлаша. Йәш ҡыҙ хеҙмәт юлын Үҙәк район китапханаһында башлай. Әрменән ҡайтҡас, Хәбир Юныс улы Аҡъяр аэропортында аэродром хеҙмәтенең технигы булып эшләй.
–Йәш, дәртле сағыбыҙҙа илдә барған иң ҙур тимер юл төҙөлөшөнөң береһе Байҡал-Амур магистраленә эшкә барҙыҡ. Бында – Бүрәт Республикаһының Яңы Уоян ҡасабаһына беҙҙе Шәмситдин ағайым һәм Зинфира еңгәйем саҡырҙы, улар тормош ауырлыҡтарында беҙгә һәр яҡтан ярҙам итте. БАМ төҙөлөшөнә СССР-ҙың төрлө тарафтарынан килгән төрлө милләт халҡы менән татыу, аралашып, бер-беребеҙгә ярҙамлашып көн иттек. Тыуған Башҡортостаныбыҙҙан алыҫ йәшәгәс, Ҡарламан ҡуйыртылған һөтөн, Туймазы консервланған итен, Мәләүез колбасаларын, Ишембай трикотаж фабрикаһының балалар кейемдәрен һатып алыу беҙҙең өсөн шатлыҡ-йыуаныс һәм ғорурлыҡ ине. Башҡортостандың гәзит-журналдарын яҙҙыртып, башҡортса йырҙар тыңлап һағыныуыбыҙҙы еңеләйтә инек, – ти Сибәр Зәйнетдин ҡыҙы.
Тырыш хеҙмәте һәм төҙөлөштә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн тормош иптәше Хәбир «Байҡал-Амур магистрален төҙөлөшө өсөн» миҙалы менән бүләкләнә. Ул әле лә ошо төҙөлөштөң иҫтәлеге булып ғаиләлә ҡәҙерләп һаҡлана.
Хәбирҙең атаһы вафат булғас,
–Юныс ҡайным мәрхүм булғас, бейемемә терәк-таяныс булыр өсөн, тыуған яғыбыҙға ҡайттыҡ. Бейемем Маһибәҙәр менән 43 йыл бергә татыу йәшәйбеҙ, – тип һүҙен дауам итте Сибәр Ҡоҙабаева.
Аҡъярға ҡайтҡас, Хәбир Юныс улы Фрунзе исемендәге колхозына балта оҫтаһы булып эшкә урынлаша, артабан «Башмелиоводхоз», «Водосеть», Балалар ижады йортонда уңышлы эшләп, хаҡлы ялға сыға. Сибәр Зәйнетдин ҡыҙы башта район хакимиәтенең мәҙәниәт бүлегендә кадрҙар буйынса инспектор була, ә 1990 йылдан Хәйбулла районы буйынса Һалым инспекцияһында сәркәтип вазифаһында эшләй башлай. Ул ситтән тороп «Хоҡуҡты өйрәнеү» буйынса Өфө эшҡыуарлыҡ һәм хоҡуҡ колледжын тамамлап, ҡулына ҡыҙыл диплом ала. Артабан кадрҙар менән эшләү, режим, хәүефһеҙлек һәм мәғлүмәтте һаҡлау буйынса әйҙәүсе белгес вазифаһына тиклем үрләй һәм II дәрәжә һалым хеҙмәте инспекторы чинына эйә була. Әммә 2002 йылда ойошмала үҙгәртеп ҡороуҙар арҡаһында, 42 белгестән 41-е, шул иҫәптән Сибәр Ҡоҙабаева ла ҡыҫҡартылыуға дусар була.
Бындай ауыр ваҡытта уның тәүге уҡытыусыһы – Зифа Шаһыбал ҡыҙы Юлдашбаева ярҙам ҡулын һуҙа һәм Хәйбулла халыҡ мәғарифы хеҙмәткәрҙәренең район ойошмаһына бухгалтер булып эшкә саҡыра. Һәм әлеге көнгәсә Сибәр Зәйнетдин ҡыҙы ошо ойошмала хеҙмәт итә.
–Ике балабыҙ бар. Улыбыҙ Айнур – юғары белемле юрист, Аҡъярҙа, үҙе һалған өйҙә, ейәнебеҙ Иҙел менән донъя көтә. Ә ҡыҙыбыҙ Сәриә, Бүребай ауылы егете Азамат кейәү менән Өфөлә йәшәйҙәр. Азалия һәм Сәйҙә исемле ике ҡыҙ тәрбиәләйҙәр. Сәриә – юғары белемле филолог, Өфө ҡалаһы хакимиәтенең Фәнни-мәғлүмәти методик үҙәктең бүлек мөдире булып эшләй. Азамат кейәүебеҙ – күсемһеҙ милек агенты. Аллаға шөкөр, итәғәтле, изге, аҡыллы, тормошта үҙ юлын тапҡан балалар үҫтерҙек, – тип шатлыҡтары менән уртаҡлашты әңгәмәсебеҙ.
Тырыш ғаилә Себерҙән ҡайтҡас, йортҡа өсмөйөш һәм солан өҫтәп төҙөп, уның эсен дә, тышын да ремонтлай. Газ, һыу үткәреп, яңынан электр сымдарын һуҙа, ихатала мунса, беседка төҙөйҙәр. Баҡсала тырыш хеҙмәттәрен аҡлап, емеш-еләк, йәшелсәләр мул булып уңа, йәйен матур-матур гөл-сәскәләр ҙә күҙҙең яуын ала. Йорт хужабикәһе тәмле аштар, ҡамырҙан татлы ризыҡтар бешерергә ярата, хатта туғандарының мәжлестәренә торт, бәлештәр ҙә әҙерләй.
–Ҡатын менән ир бер һүҙле булһа, тормош йөгөн, ауырлығын икәүләп тартһаң, барыһында еренә еткереп эшләп була. Аллаға шөкөр, хәҙер бөтә уңайлыҡтары булған ҙур, матур өйҙә йәшәйбеҙ, – ти Сибәр Зәйнетдин ҡыҙы.
Ҡоҙабаевтар сәләмәт тормош яҡлы – икеһе лә саф һауала йәйәү йөрөргә әүәҫтәр. Ике телдә район баҫмаларын алдырып, 90 йәшлек Маһибәҙәр бейеме менән бергә яратып уҡыйҙар. Әйткәндәй, Сибәр Зәйнетдин ҡыҙы үҙе лә гәзиткә мәҡәләләр яҙа. Ул шулай уҡ ҡул эштәренә лә маһир:
–Дөрөҫөн әйткәндә үҙемә күлдәктәр һатып алмайым, гел үҙем тегеп кейәм. Мине башҡорт милли кейеме төрлөлөгө, нәзәкәте менән үҙенә йәлеп итә. Үҙемә, инәй, апайҙарыма, ейәнсәрҙәремә, бәләкәс туғандарыма ҡыҙҙарҙың милли күлдәктәрен тегеп, һөйөндөрәм. Был күлдәктәр матур сыҡһын өсөн, милли рух, фантазия, ижад, ҙур түҙемлек һәм ныҡышмаллыҡ кәрәк. Уҙған йылда милли кейем көнөндә – 14 сентябрҙә милли кейемдә эшкә барҙым, – ти Сибәр Зәйнетдин ҡыҙы.
Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән көслө рухлы, сая һәм батыр булған, хатта ир-егеттәр яу сапҡанда ырыу, ил-йорт улар ҡулында ҡалған. Заманалар үтеү менән дә ҡатын-ҡыҙҙың иңенә һалынған яуаплылыҡ бер ҙә кәмемәгән. Улар заман ҡуйған ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, милләттең ҡотон һаҡлаған, киләсәк быуындарға еткергән. Сибәр Ҡоҙабаева ла тап шундайҙар рәтенән – ул төрлө өлкәләрҙә намыҫлы эшләп уңыштарға өлгәшә, эш менән бер рәттән ғаиләһенә лә өлгөрә, йәмәғәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. Башҡорт милли мәҙәниәтен, рухын һаҡлауҙа, киләһе быуынға тапшырыуҙа ла йәштәргә өлгө ул.
Читайте нас: