Ҡатын-ҡыҙҙар менән ир-егеттәрҙең оҡшашлығы-оҡшашмауы тураһында күп һөйләйҙәр, күп хеҙмәттәр яҙалар хатта. Был турала әллә күпме фекер алышырға мөмкин, әммә факттар факт булып ҡала. Һәм, ысынлап та, тик нәфис затҡа ғына хас булған ҡайһы бер үҙенсәлектәр барлығы шикһеҙ. Түбәндә шуларҙың иң киң таралғандарын һанап сығайыҡ булмаһа.
1. Ҡатын-ҡыҙға артыҡ тән ауырлығынан ҡотолоу ҡыйыныраҡ. Организм үҙенсәлегенә бәйле, май ҡатламын “яндырыу” әкренерәк бара.
2. Ир-аттыҡына ҡарағанда ҡатын-ҡыҙҙың иммунитеты көслөрәк.
3. Ҡатын-ҡыҙҙар эшлекле һөйләшеүҙәрҙе ир-егеттәргә ҡарағанда күпкә уңышлыраҡ атҡарып сыға икән. Был ҡоро күҙәтеү генә түгел, эшҡыуарлыҡ өлкәһендә алып барылған статистик мәғлүмәттәр ошо хаҡта бәйән итә.
4. Күп ҡатын-ҡыҙға серҙе һаҡлап тотоуы ҡыйын, имеш. “Йәшерен хәбәр”ҙе ишетеп, 47 сәғәт үтеүгә, уларҙың байтағы “сер итеп кенә” был хаҡта икенсе берәү менән бүлешә, ти.
5. Ҡатын-ҡыҙҙар араһында ла күп һөйләргә яратҡаны, яратмағаны була. Бына шул һөйләшергә яратҡандары тәүлек эсендә 20 меңгә яҡын һүҙ әйтә, имеш.
6. Күп ҡатын-ҡыҙ үҙенең “йәшерен” фантазияларын хатта иренә лә һөйләмәй, тип тә иҫбатлай белгестәр.
7. Ҡатын-ҡыҙҙың байтағы ир-егеттең йөҙ матурлығына түгел, ә иң тәүҙә буй һомғоллоғона, кәүҙә төҙөлөшөнә, бөхтәлегенә иғтибар итә.
8. Гүзәл зат вәкилдәренең йоҡоһо үтә һаҡ була. Ҡайһы берәүҙәре эргәһенән йомшаҡ баҫып бесәй үтеп киткәнен дә һиҙеп уяна.
9. Эмоциональ яҡтан да нәфис заттар “ҡыҙыуыраҡ” тип һанала. Ни өсөн тиһәң, ошо рәүешле улар стрестан ҡотола икән.
10. Хатта ауыр хәлгә тарығанда ла ҡатын-ҡыҙҙар, ысын ярҙамға ҡарағанда, ни бары уларҙы иғтибарлап тыңлауҙарына мохтаж, баҡһаң. Эсен бушатҡас, ул үҙен күпкә еңелерәк тоя башлай, ваҡиғаның ҡырҡыулығы ла кәмей төшә.
11. Ҡатын-ҡыҙҙар кем өсөн матурлана һуң? Әлбиттә, ир-егет өсөн, тигән кеше тәрән яңылыша. Туташ-ханымдар иң беренсе үҙе, үҙенең баһаһын күтәрер өсөн тырыша, сөнки башҡа ҡатын-ҡыҙ менән сағыштырғанда “артҡа ҡалғыһы” килмәй. Шуның өсөн дә ул көн дә биҙәнә-төҙәнә, матур кейем һайлап кейә.
12. “Көсһөҙ” тигән зат вәкилдәре сысҡан-ҡомаҡтан, йыландан, үрмәксенән ҡурҡырға мөмкин, ә бына яҡындарына, бигерәк тә балаларына хәүеф янағанда ул инә арыҫланға әйләнә, хатта ут эсенә ташланып, бәләгә тарығандарҙы ҡотҡарырға ашыға!
13. Ҡатын-ҡыҙ хеҙмәтте нығыраҡ ярата, ул сыҙамлыраҡ.
14. Әсә кеше балаһы менән күренмәҫ ептәр аша бәйләнгән. Шуға ла балаһы күңелһеҙ хәлгә тарыһа, ул быны мотлаҡ тоя.
15. Ҡатын-ҡыҙҙың хәтере ир-егеттекенән нығыраҡ үҫешкән.
16. Уларҙың тән температураһы көслө зат вәкилдәренекенә ҡарағанда түбәнерәк.
17. Ауыр енәйәт ҡылған, шулай уҡ үҙ-үҙенә ҡул һалған кешеләр араһында нәфис зат 10 тапҡырға әҙерәк.
18. Үҙ ғүмерендә ҡатын-ҡыҙ уйламаҫтан ғына ла ике килограмм тирәһе ирен буяғыс ашай.
19. Ныҡ итеп ғашиҡ булған һөйкөмлө зат танышыуҙарының беренсе айында уҡ “йөрәге хакимы”на кейәүгә барырға риза.
20. Ир-ат ҡатын-ҡыҙҙы иң тәүҙә матурлығына ҡарап һайлай, ә ҡатын-ҡыҙ ир-егеттең күҙ-ҡаштарының ҡаралығы, күркәмлегенә ҡарағанда аҡыл үлсәмдәре мөһимерәк.