Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
5 Март 2021, 15:21

Ә һеҙ был хаҡта беләһегеҙме, гүзәл заттар?

/

Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына ярашлы, ҡатын-ҡыҙҙарҙың да, ир-егеттәрҙең дә хоҡуҡтары тиң. Әммә шул уҡ ваҡытта уларҙың бары гүзәл зат вәкилдәренә генә ҡағылғандары бар. Мәҫәлән, ҡатын өс йәки унан күберәк бала тәрбиәләһә, хаҡлы ялға алдан китә ала.

Эштә икәнһегеҙ...

Закондарҙы белмәү яуаплы­лыҡтан бер нисек тә ҡотҡармай. Шуға гүзәл зат вәкил­дә­ренә үҙ хоҡуҡтарын белеү ҡамасауламаҫ. Бө­гөн уларҙың иң мөһимдәре хаҡында яҙ­маҡсыбыҙ. Мәҫәлән, эшләгән әсәйҙәр, ба­лаһына өс йәш тулмаһа, командировканан баш тарта ала. Быға Рәсәй Феде­рацияһы Хеҙмәт кодексының 259-сы статьяһы нигеҙ. Шулай итеп, әсәй булған хеҙмәткәрҙәрҙең, балаһыҙ хеҙмәткәрҙәрҙән айырмалы, өҫтәмә хеҙмәт хоҡуҡтары бар. Өҫтәүенә, был йәһәт­тән ҡатындарҙың, ирҙәр менән сағыш­тырғанда, хоҡуғы күберәк. Ә бына ғаиләлә инвалид бала тәрбиә­ләнһә, уның атаһын да, әсәһен дә, законға ярашлы, коман­дировкаға ебәрә алмайҙар. Ошондай уҡ хоҡуҡҡа ҡыҙын йәки улын яңғыҙ тәрбиәләгәндәр ҙә эйә. Был ҡағиҙәләр өҫтәмә эш бирелгәндә, төндә, ял һәм эш көнө булмаған ваҡытта ла ғәмәлдә ҡала. Ошондай осраҡтарҙа эш биреүсе балаһына өс йәше тулмаған ҡатынды эшләтә алмай.

Тағы әсәйҙәр, балаһына өс йәш тулмаған икән, ҡыҫҡар­тылмай йәки аттестация үтмәгән икән, эштән ҡыуырға тейеш түгелдәр (Рәсәй Фе­дерацияһы Хеҙмәт кодексының 261-се статьяһы). Тағы бер нәмәне хәтерҙән сығар­мағыҙ: декрет ялындағы хеҙмәткәрҙе эштән ебә­рә алмайҙар. Был ғәмәлде компания ябыл­ған осраҡта ғына тормошҡа ашырырға мөмкин.

Ауылда йәшәгән гүзәл зат­тар иғтибарына!

Ә түбәндәге үҙенсәлектәр ауыл ерендә эшләгән гүзәл заттарға ҡағыла. Рәсәй Федерацияһы Хеҙ­мәт кодексының 263.1-се статья­һына ярашлы, ауыл ҡатындары 36 сәғәттән күберәк эшләһә, өҫтәмә эш сәғәттәре өсөн түләүгә өмөт итә ала. Бынан тыш, ошондай уҡ аҡса эш көнө бер нисә өлөшкә бүленгәндә лә түләнергә тейеш. Тағы аҙнаһына бер көн үҙ иҫәбенә өҫтәмә ял алыу хоҡуғына эйә. Мут эш биреүселәр өсөн махсус тәҡдим ҡаралған: ауылда эшләгән ҡатындарға хеҙмәт хаҡын 2019 йылдың 23 ноябренә тиклем алған эш хаҡы күләменән һис кәметә алмайҙар. Был хаҡта Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексында яҙылған. Тимәк, ҡатындар ҡыҫҡартылған көнгә күсеү тураһында ғариза яҙа ала, әммә хеҙмәт хаҡы элеккесә һаҡланырға тейеш. Шулай итеп, был осраҡта эш биреүсе хеҙмәт хаҡы күләмен кәметә алмай. Һүҙ элек ҡатын 40 сәғәт эшләп, хәҙер аҙнаһына 36 сәғәт эшләүҙе һораған осраҡ тураһында бара. Ҡыҫҡаһы, ҡатындың кем булып эшләүенә ҡарамаҫтан, хеҙмәт хаҡы кәмергә тейеш түгел. Иң мөһиме – уның ауыл ерендә эшләүе. Был осраҡта фермала һәм ауыл мәҙәниәт йортонда эшләгән гүзәл зат вәкилдәренең хоҡуғы бер үк.

Рәсәй Федерацияһы Хеҙмәт кодексының 253-сө, 348.9-сы статьяларына ярашлы, һәр эштә ҡатындарға айырым ҡараш булырға те­йеш. Мәҫәлән, улар иң күбе 10 килограмм ауырлыҡты күтәрә ала, әммә, ҡағиҙәләргә ярашлы, ваҡыт арауығы ике сәғәттән арт­маҫҡа тейеш. Әгәр гүзәл зат вәкиле эш урынында ауыр әйберҙәрҙе даими күтәрә икән, уларҙың күләменең 7 килограмдан артмауы зарур. Закондарға ярашлы, бер иҫкәрмә генә бар: спортсылар – ауыр атлет ҡатындар ғына хәленән килгәнсә ауыр әйберҙе күтәреү хоҡуғына эйә. Шулай итеп, әсә өйөндә төрлө ауырлыҡтағы балаһын үҙе теләгәнсә күтәрә ала. Ә бына эштә был хәл рөхсәт ителмәй.

Аҡсалата ярҙам күрһәтелергә тейеш

Донъя булғас, төрлө хәлдәр теркәлә. Үкенескә күрә, улар ғаиләләрҙе лә урап үтмәй. Шулай итеп, бәләкәй балалы ҡатын, әгәр финанс йәһәттән ярҙам юҡ икән, иренән алимент аҡсаһын түләттерә ала. Быға Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 89-сы статьяһы 3-сө абзацының 2-се пункты, 90-сы статьяһы 2-се абзацының 1-се пункты нигеҙ. Ғөмүмән, ғаиләләге һәр ағзаның бер-береһенән финанс ярҙамын күрһәтеүҙе һорауы мөмкин. Ата-әсәләр – бәлиғ булмаған балаларын, балалар – эшләй алмаған ата-әсәһен, ир менән ҡатын, берәүһе хеҙмәткә яраҡһыҙ йәки инвалид бала тәрбиәләй икән, икенсеһен аҡса менән тәьмин итергә тейеш. Тағы ирҙең ҡатынын, балаларына өс йәш тулғансы, финанс йәһәттән тәьмин итеүе мотлаҡ. Шулай итеп, ҡыҙына йәки улына өс йәш тулмаған икән, ҡатын иренән үҙенә лә, балаһына ла алимент аҡсаһын алыу хоҡуғына эйә. Ә ир айырылышҡанда баланы үҙе менән ҡалдырған осраҡта ҡатынынан алимент аҡсаһын талап итә ала.

Тағы гүзәл зат вәкилдәренә шуны белеү зарур: закондарға ярашлы, ир, ҡатыны йөклө йәки балаһына бер йәш тулмаған икән, айырылыу хаҡында һүҙ йөрөтә алмай (Рәсәй Федерацияһы Ғаилә кодексының 17-се статьяһы). Бындай осраҡта ҡатын үҙе генә ҡарар ҡабул итеү хоҡуғына эйә.
Әгәр ир ҙә, ҡатын да ғаиләнең тарҡалыуына риза һәм, өҫтәүенә, уларҙың дөйөм балалары юҡ икән, улар ЗАГС аша айырылыуы ихтимал. Әгәр ҡатын был хәлгә риза булмаһа, ғаризаға ҡул ҡуймаһа, иргә судҡа барырға тура киләсәк. Әммә, үрҙә әйтелгәнсә, ҡатын йөклө һәм уның бер йәшкә тиклем балаһы бар икән, суд ирҙең ғаризаһын ҡарап та тормаясаҡ.
Белеү ҡамасауламаҫ

Әгәр ғаиләлә өс йәшкә тиклемге һәм күп балалы ғаилә­ләрҙәге 6 йәшкә тиклем бала бар икән, рецепт буйынса дарыуҙар бушлай би­релергә тейеш. Бының өсөн иң тәүҙә пе­диатрға барырға кәрәк. Үҙең менән бала­ның тыуыу тураһындағы таныҡлығын, СНИЛС-ты, ОМС полисын, бала­ның йәшәү уры­нын раҫлаған документты (ЖЭК-тан белешмә) алырға онотмағыҙ. Табип рецепты өс данала яҙа һәм уларҙың икәү­һен ата-әсә­гә бирә. Препарат­тарҙың тулы исемлеге Рә­сәй Федерацияһы 1994 йылдың 30 июлендә ҡабул иткән 890-сы Ҡарарҙа бирелгән.

Тағы биш һәм унан күберәк бала тапҡан йәки уллыҡҡа алған әсәләргә “Әсәлек даны” миҙалы тапшырыла. Әммә шарты бар: балаларҙың береһе 1997 йылдың 16 апреленән һуң тыуған булырға тейеш. Миҙалға аҡса ла ҡаралған. Уның суммаһы – 17241 һум. Һа­лым иҫәпләмәләренән һуң ҡулға 15 мең һум аҡса бирелә. Был наградаға күп балалы әсә йәшәгән ауыл биләмәһе, ҡала хакимиәте тарафынан йәки ул эшләгән ойошма коллектив тарафынан тәҡдим ителә.

...Хоҡуҡтарҙы белеү яҡшы, әлбиттә. Юғиһә улар аҙым һайын боҙола. Мәҫәлән, йәмәғәт транспортына индегеҙ икән, унда йыш ҡына “Биш йәше тулған балаларға аҡса түләү һорала” тигән яҙманы күрергә тура килә. Ғәмәлдә иһә, закондарға ярашлы, ете йәше тулған бала өсөн генә билет хаҡын түләргә кәрәк. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бындай осраҡтар йыш теркәлә, шуға, хөрмәтле ҡатын-ҡыҙҙар, үҙегеҙҙең хоҡуҡтары­ғыҙҙы белеү генә түгел, яҡлай алыу ҙа яҡшы.
Автор: Айһылыу НИЗАМОВА.
https://bash.rbsmi.ru/articles/y-m-i-t/-e-byl-kha-ta-bel-ege-me-g-z-l-zattar-/
Читайте нас: