Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
3 Март 2021, 17:57

МЕҢ ИР-АТҠА КҮПМЕ АҪЫЛ ЗАТ ТУРА КИЛӘ?

/

8 Март байрамы алдынан Башҡортостан статистары һәр мең ир-атҡа нисә ҡатын-ҡыҙ тура килгәнен иҫәпләгән.
Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикала 2,1 миллион ҡатын-ҡыҙ йәшәй (бөтә халыҡтың 53,1 проценты). Уртаса 1000 ир-атҡа 1133 ҡатын-ҡыҙ тура килә.
Әүәлгесә ҡыҙҙарға ҡарағанда малайҙар күберәк тыуа. Хәҙерге ваҡытта ирҙәр һәм ҡатындар һаны 20 йәштәрҙә тигеҙләшә. Хеҙмәткә һәләтле йәштәге халыҡтың өлкән төркөмөндә ҡатын-ҡыҙ һаны арта, артабан был айырма тағы ла көсәйә. Бер мең ир-атҡа 2225 аҫыл зат тура килеүе билдәле. Көтөлгән ғүмер оҙайлығы ҡатын-ҡыҙ өсөн – 78 йәш, ир-ат өсөн - 67,3 йәш.
Аҫыл зат вәкилдәре иҡтисадтың бөтә йүнәлештәрендә эшләй. Шулай ҙа күпселеге мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, социаль хеҙмәттәр, сауҙа, ҡунаҡхана, йәмәғәт туҡланыуы тармаҡтарында хеҙмәт итә. Иҡтисадта эшләгән гүзәл заттың белем кимәле ирҙәр менән сағыштырғанда юғарыраҡ. Эшләүсе ҡатын-ҡыҙ араһында юғары белемгә эйә булыусылар 38,5 процент тәшкил итә (ир-ат - 25, 5 процент).
Фото:”Башинформ”.
https://svetlyi-put-b.rbsmi.ru/articles/common_material/Me-ir-at-a-k-pme-a-il-zat-tura-kil-701137/
Читайте нас: