Кисә Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмә ике сәғәттән ашыу барҙы һәм унда мөһим мәсьәләләр күтәрелде. Темалар араһында эшҡыуарлыҡ, мәктәп туҡланыуы, “Атайсал” проекты, коронавирусҡа бәйле хәл, кадр үҙгәрештәре, төҙөлөш, статистика мәғлүмәттәре һәм башҡалар булды.
Һандар нимә тураһында һөйләй?
Радий Хәбиров 2021 йыл өсөн республиканың социаль-иҡтисади үҫешенең тәүге йомғаҡтары менән таныштырҙы. Ғинуар айы өсөн сәнәғәт етештереүе индексы, былтырғы ошо ваҡыт менән сағыштырғанда, 95,5 процент тәшкил иткән. Радий Фәрит улы Сәнәғәт, энергетика һәм инновация министрлығына күрһәткестәрҙе төшөргән тармаҡтарға айырым иғтибар бүлергә ҡушты.
Ошо уҡ ваҡытта металлургия (ике тапҡырға), дарыу етештереү (68 процентҡа), кейем тегеү, ағас эшкәртеү, ағас һәм пробкаларҙан әйберҙәр, автотранспорт саралары етештереү (38 процент), шулай уҡ компьютер, электрон һәм оптика әйберҙәре етештереү (35 процентҡа) артҡан.
Ғинуарҙа, былтырғы йылдың тәүге айҙары менән сағыштырғанда, 3,3 процентҡа ауыл хужалығы тауары күләме үҫкән. Был дөйөм Рәсәй күрһәткесенән күпкә юғары. Шул уҡ ваҡытта Радий Хәбиров аҙыҡ-түлек сәнәғәтендә хәлдең насарайыуын билдәләне. Ошоно иҫәптә тотоп, тиҙ арала был тармаҡҡа ярҙам итеүҙең республика программаһын тормошҡа ашыра башларға ҡушты.
Торлаҡты сафҡа индереү буйынса күрһәткестәр йәнә ҡыуандыра. Быйыл ғинуарҙа ул, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда, 1,9 тапҡырға үҫкән. Радий Хәбиров Хөкүмәттең төҙөлөш блогына уңышлы эш өсөн рәхмәт әйтте һәм тиҙлекте кәметмәҫкә ҡушты.
Бынан тыш, Радий Фәрит улы алданған өлөшсөләр проблемаһына ла туҡталды һәм намыҫһыҙ төҙөүселәргә асылған енәйәт эштәрен тикшереүгә бәйле хәлде өйрәнергә ҡушты. Был теманы тиҙҙән Төбәктә хоҡуҡ тәртибен тәьмин итеү буйынса координация кәңәшмәһендә ентекләп ҡараясаҡтар.
Кем килде, кем китте?
Кадрҙар үҙгәрешенә килгәндә, һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин Радий Хәбировтың указы менән Хөкүмәт Премьер-министры урынбаҫары итеп тәғәйенләнде. Ул шулай уҡ һаулыҡ һаҡлау министры булып та ҡала.
Максим Забелин демография, һаулыҡ һаҡлау, халыҡҡа медицина ярҙамы ойоштороу, дәүләт, ғаилә һәм социаль сәйәсәт, хеҙмәт һәм халыҡтың мәшғүллеге мәсьәләләре менән шөғөлләнәсәк.
Был ҡарар республикала Сәләмәтлек һәм әүҙем оҙон ғүмерлелек йылы тип иғлан итеүгә лә бәйле. Йылдың төп маҡсаты – үлем осраҡтарын кәметеү.
Икенсе указ менән быға тиклем әлеге вазифаны башҡарған Ленара Иванова вице-премьер булыуҙан туҡтай. Ул шулай уҡ ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры булып ҡаласаҡ.
Башҡортостандың Конкурентлыҡ сәйәсәте буйынса дәүләт комитеты рәйесе Денис Булатов үҙ теләге буйынса вазифаһынан китте. Әле был бурысты атҡарыу комитет етәксеһе урынбаҫары Гөлнара Сәхәбетдиноваға йөкмәтелгән.
Тағы бер үҙгәреш – транспорт һәм юл хужалығы министры Алан Марзаев шулай уҡ үҙ теләге буйынса вазифаһын ҡалдырҙы. Уның урынына әлегә беренсе урынбаҫары Виктор Жульков эшләп торасаҡ.
Ыңғай үҙгәреш бар
Коронавирусҡа бәйле хәлдәр нисек? Был турала һәр ваҡыттағыса Максим Забелин һөйләне.
Үткән тәүлектә яңы 138 коронавирус осрағы теркәлгән. Ә пандемия башланыу менән республикала 28719 кеше был инфекцияны йоҡторған. Амбулатор дауалауҙа – 5100 кеше, 241-е дауаханаларҙа ята. Уларҙың 17-һе ауыр хәлдә, һигеҙен үпкәне яһалма елләтеү аппаратына тоташтырғандар.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан белдереүҙәренсә, Башҡортостанда ыңғай үҙгәреш күҙәтелә башланы. Көн һайын һауыҡҡандар һаны яңынан сирләй башлағандарҙан күберәк.
– Үткән аҙнала ковид сирлеләр өсөн урындар һанын 300-гә кәметтек. Яҡын арала тағы ла 300 урынды ҡыҫҡартырға йыйынабыҙ. Әле дөйөм алғанда 2180 урын бар, улар 81 процентҡа тулған, – тине Максим Забелин.
Тағы бер мәсьәлә – коронавирустан прививка яһау. Әлеге ваҡытта республикаға 120 мең доза вакцина килгән. Һуңғы 11 мең доза ял көндәрендә килеп еткән һәм ошо арала прививкалар һалыу пункттарына таратыласаҡ. Беренсе компонент менән 80437, икенсеһе менән 26 мең кеше вакцинацияланған.
Коронавирусҡа ҡаршы Ситуация үҙәгенә килгәндә, ул үҙ эшен дауам итә. Әле һаман шылтыратыуҙар бар. Уҙған аҙнала үҙәккә 2500 самаһы кеше мөрәжәғәт иткән. Башлыса коронавирустан прививкаға бәйле һорауҙар бирелә. Шуға күрә үҙәк артабан да эшләйәсәк.
Эшҡыуарҙар ярҙамһыҙ ҡалмай
Республиканың Эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова ҙур доклад менән сығыш яһаны һәм төбәктә былтыр эшҡыуарҙарға ниндәй ярҙам төрҙәре күрһәтелеүе тураһында һөйләне. Уның белдереүенсә, республикалағы һәр ун мең кешегә 302 эшҡыуар тура килә. Насар күрһәткестәр түбәндәге муниципалитеттарҙа: Салауат ҡалаһында – 203 эшҡыуар, Яңауыл районында – 187 һәм Мишкә районында – 111 эшҡыуар.
2020 йылда республикала эшҡыуарҙарға күп төрлө ярҙам күрһәтелгән.
– Ярҙам программалары өсөн республика бюджетынан финанслау күләме өс тапҡырға артты. Был 1300 предприятиеға ярҙам итеү мөмкинлеген бирҙе. Уларҙың яртыһы самаһы – яңы булдырылған бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары. Программаны тормошҡа ашырыу сиктәрендә 3,2 мең яңы эш урыны булдырылды, 8,5 меңе һаҡланып ҡалды, – тине ул.
Былтыр Башҡортостанда ярҙам төрҙәре киңәйтелеүгә өлгәшелде. Мәҫәлән, эшҡыуарҙар ғаилә һәм социаль эшҡыуарлыҡты үҫтереү, ҡорамалдар һатып алыу, һанлы ҡушымталар эшләү һәм электрон коммерция өсөн субсидия ала алды. Көрсөккә ҡаршы саралар сиктәрендә 296 бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекты 77,5 миллион һумлыҡ ярҙам алды.
2020 йыл йомғаҡтары буйынса, дөйөм алғанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ субъекттары һаны кәмеһә лә, 17 районда 2019 йыл менән сағыштырғанда үҫеш күҙәтелгән. Иң яҡшы күрһәткестәргә был йәһәттән Федоровка (15,7 процентҡа үҫеш), Көйөргәҙе (5,6 процент), Өфө (5,4) һәм Ауырғазы (5,4 процент) райондары өлгәшкән. Ә бына Балаҡатай, Миәкә, Бүздәк, Стәрлебаш, Илеш райондары һәм Ағиҙел ҡалаһында күрһәткестәр кәмегән.
Римма Бойцова белдереүенсә, республиканың туғыҙ районында глэмпингтар барлыҡҡа киләсәк. Уларҙы “Глэмпинг-академия” беренсе акселераторында уҡып сыҡҡан 16 эшҡыуар асасаҡ. Улар Ғафури, Архангел, Өфө, Нуриман, Салауат, Ҡырмыҫҡалы, Баймаҡ, Дыуан һәм Шишмә райондарында урынлашасаҡ.
Глэмпингтарға “Башҡортостанда бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ үҫеше һәм ярҙам итеү” дәүләт программаһы сиктәрендә ярҙам күрһәтеләсәк. Ике компания Ростуризмдың гранттарын алған да.
“Рәсәйҙә иң яҡшыһы буласаҡбыҙ”
Кәңәшмәлә сираттағы тапҡыр мәктәптәге туҡланыу мәсьәләһе тикшерелде. Республикала был темаға бик ҙур иғтибар бирелә.
Хәбәр ителеүенсә, ата-әсәләр һаман ялыуҙар ебәреүен дауам итә. Уларҙың иң ҙур өлөшө Өфө уҡыу йорттарына тура килә. Улар башлыса һалҡын аҙыҡ, йәбешкән макарон һәм ҡатҡан бутҡа менән ҡәнәғәт түгел. Былар тураһында Башҡортостан Башлығының Социаль коммуникациялар буйынса идаралығы начальнигы Елена Прочаковская белдерҙе. Республиканың сауҙа һәм хеҙмәттәр министры Алексей Гусев та доклад менән сығыш яһаны.
– Балаларҙы сифатлы ашатыу – дәүләт бурысы. Беҙҙең мәктәп туҡланыуын илдә иң яҡшыһы итәсәкбеҙ, – тине Радий Хәбиров.
Төбәк етәксеһе был мәсьәләгә, ысынлап та, ныҡлап тотондо һәм ҡуйылған маҡсатҡа өлгәшергә теләй. Кәңәшмә барышында ниндәй район башлығының мәктәбенән ялыу бар, һәр береһенән ундағы хәл буйынса яуап алынды. Киләһе кәңәшмәләрҙә лә был тема даими рәүештә ҡараласаҡ.
Федераль трассаға – 100 камера
Республикала юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге өсөн барыһы ла эшләнә, яңынан-яңы саралар ҡабул ителә. Уларҙың береһе – Башҡортостанда федераль трассаларҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтарын фотовидеотеркәү өсөн йәнә 100 камера ҡуясаҡтар. Радий Хәбиров белдереүенсә, былтыр республика юлдарында күп итеп камералар ҡуйылды, был яҡшы һөҙөмтә бирҙе.
Башҡортостан Башлығы шулай уҡ Өфөлә йәмәғәт транспорты буйынса ла фекерен әйтте:
– Йыл аҙағына тиклем Өфөлә “пазиктар” ҡалмаҫҡа тейеш. “ПАЗ” – һәйбәт машина, тик ҡала өсөн түгел. Шуға күрә әүҙем рәүештә яңы ҙур автобустар алабыҙ. Илдә автопаркты алмаштырыу эше бара, беҙгә лә бынан ситтә ҡалмаҫҡа кәрәк.
Бынан тыш, төбәк етәксеһе белдереүенсә, әле һаман ташыусылар ҡулаҡсаһыҙ түләүҙән баш тарта тигән ялыуҙар килә. Был йәһәттән тикшереүҙәр буласаҡ.
– Федераль ҡануниәткә ярашлы, 2019 йылдың 1 июленән алып транспортта контроль-касса техникаһы булырға тейеш. Пандемия арҡаһында яуаплылыҡ бер йылға кисектерелде. Беҙ республикала үҙ иркебеҙ менән йыл аҙағына тиклем тикшереүҙәр үткәрмәй торҙоҡ. Хәҙер хәл тотороҡлана, – тине Радий Хәбиров һәм бөгөн-иртәгә тикшереүҙәр башларға ҡушты.
Фото: ufa.mk.ru