Бөтә яңылыҡтар
ЙӘМҒИӘТ
2 Март 2021, 12:06

Пандемияға ҡарап тормаҫтан

/

2020 йылда Башҡортостанда медицина эшмәкәрлеген тормошҡа ашырыу өсөн 135 лицензия бирелгән. 2019 йыл менән сағыштырғанда, был күрһәткес 16 процентҡа кәмерәк.
"Был хәлде коронавирус пандемияһы осоронда эшҡыуарлыҡ әүҙемлеге түбәнәйеү менән аңлатырға була. Шул уҡ ваҡытта беҙ документтар юллау ваҡытын кәметеүҙе дауам итәбеҙ, был бизнес өсөн уңайлы шарттар тыуҙырасаҡ. Шулай итеп, республикала медицина лицензияһы юллау ваҡыты әлеге осорҙа 23 көн тәшкил итә. Федераль талаптар буйынса – 45 көн", – тип белдерҙе Хөкүмәт вице-премьеры - һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин.

Былтырғы 135 медицина лицензияһына өҫтәп, 315 лицензия ҡабаттан бирелгән (медицина учреждениеларының адрестарын үҙгәртеүгә бәйле), 143 лицензияға үҙгәреш индерелгән.
Бындай документтар 19 (федераль талаптарға ярашлы – 30 көн) һәм алты (федераль талаптарға ярашлы – 10 көн) эш көнөндә эшләнә.
Шулай уҡ ағымдағы йылдың 1 ғинуарынан айырым төр эшмәкәрлектәрҙе лицензиялау өлкәһендә “реестр моделе”нә күсеү күҙаллана.
Был ҡағыҙ документты лицензиялар реестрында теркәү менән алмаштыралар тигән һүҙ.
Фото: media.lpgenerator.ru
Автор: Гүзәлиә Балтабаева.
https://bash.rbsmi.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/Pandemiya-a-arap-torma-tan-698305/
Читайте нас: